Тәкфирселек
Тәкфирселек | |
ғәр. تكفيري | |
Испытал влияние от | кутбизм[d][1] |
---|
Тәкфирселек(ғәр. تكفير — тәкфир + [1], рус. Такфиризм;) Мысырҙан килгән радикаль ислам идеологияһы, уның нигеҙе булып мосолмандарҙы көфөрлөктә ғәйепләү тора. Тап ошо тәкфирселектең башҡа ислам ағымдарынан төп айырмаһы булып тора ла инде. Террорсы мосолмандарҙың күбеһе тәкфирселек яҡлы, ләкин тәкфирселәр араһында көс ҡулланыуҙан ситләшеүселәр ҙә бар. Урыҫ телле әҙәбиәттә тәкфирселек яҡлыларҙы такфиристы, такфириты йәки такфировцы тип атайҙар.
Идеологияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәкфирселектең нигеҙе булып тотош мосолман йәмәғәттәрен иманһыҙлыҡта (көфөрлөк) ғәйепләү тора. Тап ошо тәкфирселектең башҡа исламсы ағымдарҙан төп айырмаһы булып тора. Әммә сәләфилек, йыһатсылар менән билдәле бер буталсыҡ булыуға ҡарамаҫан, тәкфирселәр үрҙә телгә алынған ағымдарҙан ярайһы уҡ айырыла[2]. Сәләфиҙәр тәкфирселек кеүек шул уҡ ультраконсерватив мосолмандар, әммә уларҙан көс ҡулланыуҙы ҡабул итмәү менән айырыла[3]. Роберт Бэр билдәләмәһе буйынса ,
Роберт Бэр билдәләмәһе буйынса, «тәкфирсе» һүҙе ғәҙәттә «донъяны аҡлы-ҡаралы ғына итеп күргән» сөнни-мосолмандарға ҡағыла: уларҙа "хаҡ мосолмандар менән кафырҙар ғына бар, аралаш төҫ юҡ, һәм уларҙың маҡсаты — Ҡөрьәнгә һүҙмә-һүҙ ярашлы Хәлифәлекте тергеҙеү[4].
Тәнҡит[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
«Тәкфирселек» исламда бидғәт тип һанала. 2005 йылда Иордания короле Ғабдулла II инициативаһы буйынса биш йөҙҙән ашыу дин белгесе һәм мосолман сәйәси лидерҙары тәкфирселекте «законһыҙ» тип иғлан иткән "Амман мөрәжәғәте"нә ҡул ҡуялар. Билдәле америка колумнисы Майкл Джерсон һүҙҙәренсә, «тәкфирселек исламдың сағылышы түгел, ә уның боҙолоуы».
Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Ashour O. The De-Radicalization of Jihadists: Transforming Armed Islamist Movements. — Routledge, 2009. — 224 p. — (Contemporary Terrorism Studies). — ISBN 9781134012299.
- Baer R. The Devil We Know: Dealing with the New Iranian Superpower. — Crown/Archetype, 2008. — 279 p. — ISBN 9780307449788.
- Hahn G. M. The Caucasus Emirate Mujahedin: Global Jihadism in Russia's North Caucasus and Beyond. — McFarland, 2014. — 344 p. — ISBN 9781476614953.
- Scheuer M. Osama Bin Laden. — Oxford University Press, 2011. — 304 p. — ISBN 9780199753277.
- Dekmejian R. H. Islam in Revolution: Fundamentalism in the Arab World. — Syracuse University Press, 1995. — 307 p. — (Contemporary issues in the Middle East). — ISBN 9780815626350.
- Salhani C. Islam Without a Veil: Kazakhstan's Path of Moderation. — Potomac Books, Inc., 2011. — 228 p. — ISBN 9781597977326.
Өҫтәмә әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- аль-Албани М. Н., Ибн Баз А. А., аль-Усаймин М. С. Фитна такфира = فتنة التكفير. — второе, дополненное. — Эр-Рияд: Дар Ибн Хузайма, 1997. — 152 с.
- Syed Saleem Shahzad. Takfirism: a messianic ideology // Le Monde diplomatique. — July 2007.
Был — ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |
[[Category::«Тышҡы һылтанмалар» ҡалыбы буш]]