Әхмәдилек

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Әхмәдилек
урду جماعت احمدیہ مسلمہ
Флаг
Liwa-e-Ahmadiyya 1-2.svg
Нигеҙләүсе Мирза Гулам Ахмад[d]
Рәсми сайт alislam.org
Дәүләт
Нигеҙләү датаһы 1889
Административ-территориаль берәмек Пенджаб[d], Британ Һиндостаны и Һиндостан
Рәсми тел Урду теле и Ғәрәп теле
Логотип РУВИКИ.Медиа Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа

Әхмәдилек ((ингл. Ahmadiyya; рус. Ахмадие, Ахмадийя, Ахмадият) — (Йәмәғәттең рәсми исеме — Әхмәдиә мосолман ойошмаһы йәки Әхмәдиә мосолман йәмәғәте (الجماعة الإسلامية الأحمدية‎, транслитерация: әл-Жәмәғә әл-Исламия әл-Әхмәдиә) — быуат аҙағында Британия Һиндостанында нигеҙләнгән ислам дини хәрәкәте. Әхмәдиә мосолмандар ойошмаһы Мирза Ғөләм Әхмәт тәғлимәте нигеҙендә төҙөлә (1835—1908), ул ислам эсхатологияһына һәм төрлө донъя диндәренең ғәҙәти инаныуҙарына ярашлы, ахыр сиктә исламды аҙаҡҡы еңеүгә алып киләсәк һуңғы дәүерҙәге илаһи реформаларға ынтылыш яһап ҡарай. Ул үҙен бөтә донъя мосолмандары көткән «Мөжәддид» (илаһи реформатор) Ислам динендә вәғәҙә ителгән Мәсих һәм Мәхди, тип раҫлаған. Әхмәдиселәр хәрәкәте яҡлылар үҙҙәрен мосолмандар йәки мосолман-әхмәдиҙәр тип атай.

Мирза Ғөләм Әхмәт 1889 йылдың 23 мартында хәрәкәткә нигеҙ һала һәм уны исламда Әхмәди хәрәкәте тип атай. Уның вафатынан һуң был берләшмәгә эҙмә эҙлекле рәүештә хәлифәләр етәкселек итә, ул донъяның 200-ҙән ашыу илендә тарала. Әхмәҙи мосолмандары тәүгеләрҙән булып Бөйөк Британия һәм башҡа көнбайыш илдәрендә үҙҙәренең дини общиналарын төҙөй[1]. Бөтә донъя буйынса әхмәди-мосолмандарҙың баһалау һаны 10-20 миллион кешегә етә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Ахмадийская Мусульманская Община (ингл.). The Times (27 май 2008). Дата обращения: 8 апрель 2015. Архивировано 15 апрель 2015 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]