Дауыт (Силәбе өлкәһе)

Дауыт (рус. Даутово) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Үрге Өпәле ҡала округы ауылы.

Географияһы

Иткүл күленең төньяҡ яр буйында, округтың административ үҙәге Үрге Өпәле ҡалаһынан төньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 20 км алыҫлыҡта, диңгеҙ кимәленән 285 метр бейеклектә урынлашҡан[2].

Тарихы

Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[3]. Революцияға тиклем Дауыт ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡара Табын улусы составында була[3].

Ауылда 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына һәйкәл ҡуйылған.

Халыҡ һаны

1816 1834 1859 1920
10 133 166
Халҡы иҫәбе
2002[4]2010[1]
139107

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ауылда башлыса башҡорттар (93 %) йәшәй[5][6]. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 107 кеше (51 ир-егет һәм 56 ҡатын-ҡыҙ) йәшәй[1].

Урамдары

Ауылда 4 урам бар[7].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11. Челябинскстат. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
  2. Dautova (ингл.). GeoNames. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 февраль 2014.
  3. 1 2 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
  5. База данных переписи 2002 года(недоступная ссылка)
  6. Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  7. Регионы России → Челябинская обл. → Верхний Уфалей г. → Даутово д.

Ҡалып:Населённые пункты Верхнеуфалейского городского округа