Доставалов Александр Васильевич

Александр Васильевич Доставалов (башҡортса) (рус. Александр Васильевич Доставалов; 1963 йылдың 17 июле, Өфө, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, СССР — 2000 йылдың 1 марты, Шатойский район[d], Чечен Республикаһы) — советский һәм Рәсәй хәрби хеҙмәткәре, Беренсе һәм Икенсе чечен һуғыштарында ҡатнашыусы, десантсы, гвардия майоры, Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000, үлгәндән һуң)[1].

Биографияһы

1963 йылдың 17 июлендә Өфөлә хәрби хеҙмәткәр ғаиләһендә тыуған. Александр исеме Суворов хөрмәтенә ҡушылған. Армияға тиклем Севастополь судно төҙөү техникумында уҡыған, Симферополдә заводта, артабан Орскиҙә тепловоз машинисы ярҙамсыһы булып эшләгән.

1981 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырылған, Каунас десант БМД механик-йөрөтөүселәр мәктәбендә уҡыған. 1987 йылда Ленин комсомолы исемендәге Рязань гвардия юғары воздуш-десант команда училищеһын тамамлаған.

Хеҙмәт йылдарында бер нисә тыныслыҡ урынлаштырыу операцияларында ҡатнашҡан. 1994 йылда 6-сы рота командиры булған һәм 1999 йылға тиклем уға командалыҡ иткән.

Беренсе чечен һуғышында ҡатнашҡан, уның ротаһы Аргун, Гудермес, Грозный эргәһендәге алыштарҙа ҡатнашҡан. Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

Икенсе чечен һуғышы барышында 76-сы гвардия воздуш-десант дивизияһы 104-се гвардия парашют-десант полкының 2-се парашют-десант батальоны командиры урынбаҫары булған.

Батырлығы

2000 йылдың 29 февралендә Хаттаб бандиттары менән 776-сы бейеклектә 6-сы рота араһындағы алыш барышында А. В. Доставалов күрше бейеклектә 4-се рота менән бергә булған.

1 мартҡа ҡарай төндә А. В. Доставалов 4-се ротаның өсөнсө взводы менән бергә 4-се ротаның оборона позицияларын ҡалдырған һәм 6-сы рота хәрби хеҙмәткәрҙәренә ярҙамға барған, унда уның туранан-тура начальнигы — батальон командиры Марк Евтюхин булған. Доставалов взводы 6-сы рота позицияларына сыҡҡан. 2000 йылдың 1 мартындағы алыш барышында 4-се ротаның өсөнсө взводының бөтә десантсылары һәләк булған. Александр Доставалов бер нисә тапҡыр яраланған, әммә яугирҙарға етәкселек итеүен дауам иткән. Сираттағы яраһы үлемесле булған.

Псков ҡалаһының Орлецовский зыяратында ерләнгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Рәсәй Федерацияһы Геройы (2000 йылдың 21 июле, үлгәндән һуң);
  • Батырлыҡ ордены (1996);
  • «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙағы өҙлөкһөҙ хеҙмәт өсөн» миҙалы.

Хәтер

Оборона министры бойороғо менән А. В. Доставалов хәрби часть исемлегенә мәңгелеккә индерелгән[2].

Өфө ҡалаһындағы Еңеү паркында XX быуаттың локаль һуғыштарында һәләк булған Башҡортостан тыуғандарына ҡуйылған һәйкәлгә А. В. Доставаловтың исеме яҙылған.

Псковта ҡала думаһы майор А. В. Доставалов исеме менән Псков дивизияһы хәрби хеҙмәткәрҙәре өсөн микрорайондағы урамдарҙың береһен атау тураһында ҡарар ҡабул иткән.

Ишембай ҡалаһында герой исеме Приволжье федераль округының Башҡорт кадет корпусына бирелгән.

Ямал-Ненец автономиялы округының Губкинский ҡалаһында майор А. В. Доставалов исеме менән «Форпост» хәрби-патриотик клубы аталған.

2026 йылдың июнендә Өфөлә Юнармеецтар скверында А. В. Доставаловҡа бюст асылған[3].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Доставалов Александр Васильевич. warheroes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2026.
  2. ↑ Майор Александр Доставалов навечно зачислен в списки 5-й роты 76-й дивизии ВДВ. Псковское агентство информации (14 февраль 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2026. Архивировано 11 сентябрь 2007 года.
  3. ↑ В Уфе открыли бюсты Героям Советского Союза и Российской Федерации. Башинформ (22 июнь 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 1 сентябрь 2026.

Әҙәбиәт

  • Дементьев О. В., Клевцов В. В. Шаг в бессмертие. — М.: Звонница-МГ, 2007. — 336 с. — ISBN 978-5-88093-146-0.
  • Герои нашего времени (О Героях России — уроженцах и жителях Республики Башкортостан) / авт.-сост. Е. А. Смирнов. — Уфа : Китап, 2016. — 327 с. : илл. ISBN 978-5-295-06554-5.