Дыховичная Нина Абрамовна
Биографияһы
Нина Абрамовна Дыховичная Мәскәүҙә материалдар белгесе, Мәскәү тау институты профессоры Абрам Ионович Дыховичный ғаиләһендә (1882, Каменец-Подольск — 1963 йыл, Мәскәү) тыуған[1]. 1936 йылда В. В. Куйбышев исемендәге Мәскәү дәүләт төҙөлөш университетын тамамлай. Институтты тамамлағандан һуң авиация сәнәғәте объекттарын проектлау менән шөғөлләнә, Балтик буйы проект ойошмаларында эшләй.
1948 йылда Мәскәүгә ҡайта. Мәскәүҙә П. А. Красильников менән бергә (уның урынбаҫары булараҡ) Тарас Шевченко яр буйы урамында бейек «Украина» ҡунаҡханаһы конструкцияһын эшләй. Тольятти ҡалаһында Автозаводской районы проектының баш инженеры (баш архитекторы — Б Р. Рубаненко) була.
1985 йылдан ғүмеренең һуңғы йылдарына тиклем торлаҡ Үҙәк эксперименталь проектлау фәнни-тикшеренеү институтында (ЦНИИЭП) баш инженер вазифаларында эшләй. СССР-ҙа тәүге эре панеллы йәмәғәт бинаһы — Мәскәүҙәге «Спортивная» метроһы янында «Юность» ҡунаҡханаһының конструкцияһы авторы (баш архитекторы — Ю. В. Арнд).
«Остановиться, оглядеться» китап-хәтирәһен яҙған (ЦНИИЭП торлаҡ баҫмаһы, Мәскәү, 2007).
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1980)
- СССР-ҙың дәүләт премияһы (1973) — Тольятти ҡалаһының Автозаводской районын проектлаған өсөн
- СССР Министрҙар Советы премияһы (1966) — Ташкентта туғыҙ ҡатлы панелле йорттар проектлаған өсөн
- СССР Министрҙар Советы премияһы (1982) торлаҡ төҙөүҙә ҡоросто һәм хеҙмәт ресурстарын экономиялауҙы тәьмин итеүсе проект ҡарарҙары әҙерләгәне һәм индергәне өсөн.
Ғаиләһе
- ейәндәре — радио тапшырыуы алып барыусы Алексей Валерьевич Дыховичный һәм Алексей Алексеевич Венедиктов.
- ағайҙары — яҙыусы-сатирик Владимир Абрамович Дыховичный һәм архитектор, төҙөлөш проектлау теоретигы Дыховичный Юрий Абрамович.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Абрам Ионович Дыховичный — автор монографии «Основы расчёта и конструирования железобетона» (2-е издание — Москва: Углетехиздат, 1952), переиздававшегося учебника «Строительная механика» (1953, 1966), редактор «Бетоно-строительного справочника» (Москва: Гостехиздат, 1927).