Жмеринка (станция)
Жмеринка | |
Административ-территориаль берәмек | Жмеринка |
---|---|
Дәүләт | |
Хеҙмәтләндереүсе | Украинская железная дорога[d] |
Хужаһы | Юго-Западная железная дорога[d] |
Киләһе туҡталыш | Тартак[d], Садовая[d] и Жмеринка-Подольская[d] |
Рәсми асылған ваҡыты | 1865 |
Медиафайлы на РУВИКИ.Медиа |
Жмеринка — Көньяҡ-Көнбайыш тимер юлдарының узел сортировка станцияһы .
Винница өлкәһенең ошо уҡ исемле ҡалаһында урынлашҡан. Станция вокзалы бинаһы үҙәк ҡала Жмеринка ҡалаһының үҙәк станцияһындағы вокзал бинаһы — ҡаланың урындағы әһәмиәткә эйә булған төп архитектура ҡомартҡыһы. Украина вокзалдары араһында иң матурҙарының береһе, Украинала бер нисә тапҡыр 15 тапҡыр иң матур вокзалдар исемлегенә индерелгән[1][2][3]
Дөйөм мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Жмеринка тимер юл вокзалы рәсми адресы: Борис Олейник урамы, 1, Жмеринка ҡалаһы (винница өлкәһе) — 23100, Украина.
Тәүге тимер юл вокзалы «Киев — Балта» тимер юлы линияһы төҙөлөшө ваҡытында барлыҡҡа килә, уның менәнкапиталист Фильёль етәкселегендә Где-Вриер һәм Ко француз комапнияһы төҙөй[4][5]
Икенсе бина 1899—1904 йылдар осоронда күтәртелә, ә проекты 1893 йылда төҙөлә һәм 1898 йылда ҡабул ителә. Авторҙары — архитектор Из. И. Журавский һәм В, М. Рыков (тәүге проект авторы).
Жмеринка тимер юлы вокзалы — ҡатмарлы планировкалы мөһабәт бина, уның архитектура стилендә модерн (тыш яҡтан) һәм ренессанс (интерьерҙар) стилдәре төҫмөрләнә. Әлеге стиль һуңғараҡ «украин модерны» тип тигән исем ала[6].
Иҡтисади бәйләнештәр, тимер юлы йүнәлештәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Жмеринка станцияһынан дүрт йүнәлештә тимер юлы бәйләнеше ойошторолған:
- Хмельницк
- Могилев-Подольск
- Одесса
- Винница
Вокзал[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1865 йылда Оло һәм Кесе Жмеринка ауылдары араһында нигеҙ һалынған Жмеринка тимер юлы станцияһы Киев-Балта (1865—1870 йылдар) тимер юлы төҙөлөшө менән бәйле Жмеринканың артабанғы үҫешен билдәләй, уның киңәйеүенә булышлыҡ итә.
Одесса — Жмеринка — Киев тимер юлы поездары хәрәкәте — 1870 йылдың 8 июнендә, ә Жмеринка — Волочиск тимер юлы хәрәкәте 1871 йылдың сентябрендә, ниһайәт Жмеринка — Могилев-Подольск — 1892 йылдың 30 сентябрендә башлана. Жмеринка 1890-сы йылдар башында уҡ эре узел станцияһы була, шуға күрә иркен вокзал бинаһын төҙөү мәсьәләһе бик киҫкен тора.
Вокзалды төҙөүгә яңы ғына Петербург сәнғәттәр академияһын тамамлаған архитекторҙар Валериан Рыков һәм Иван Беляев йәлеп ителәләр. Улар үҙ тибы буйынса Бавариялағы Мюнхен тимер вокзалын хәтерләткән проект булдыралар («Киев» гәзитендә шулай яҙылып сыға). Төҙөлөш архитектор-төҙөүсе И. Журавский күҙәтеүе аҫтында үтә, әммә ул Рыковтың проектын тормошҡа ашырыу менән генә булышмай, байтаҡ өҫтәмәләр индерә. Диңгеҙгә табан йүнәлгән карап рәүешендә эшләнгән вокзал Рәсәй империяһында иң яҡшыларҙың береһе була. Замандаштар тасуирламаларынан бер миҫал:
« | „Фасад күтәреп грек-рим стиле… майҙаны 117 кв. сажень, Козятын тапҡырға күберәк. Яңы стиль менән стеналарын биҙәй колоннаһын йыйыу, айырым ҙур булмаған (батша) платформа менән айырым зал сыҡты. Йылына яҡынса 300 мең һум һәм был залында төп берәмеге өсөн тәғәйенләнгән бина высокопоставленый тоннель, юл платформалары һәм 100 мең перекладка һум.“ | » |
Урыҫ батшаһы Николай II яңы вокзалға килгән сағында уның тәүге һүҙҙәре «Үәт ҡәһәр һуҡҡыры» тип әйткән тигән дәлилдәр һаҡланып ҡалған. Журавский был һүҙҙәрҙе, уның эше менән монарх ҡәнәғәт түгел, тип аңлаған һәм, йәнәһе, үҙ-үҙенә ҡул һалған. Ә император, йәнәһе, ысынында талынтлы архитектр-төҙөүсе ижадына иҫе киткән[7].
Асылында, был тарих бары тик легенда ғына, 1913 йылға ҡарата «Весь Киев» белешмәһенән күренеүенсә, ун йыл тиерлек үткәс тә, Зиновий Журавский Көньяҡ-Көнбайыш тимер юлдары Идаралығының техник бүлегендә эшләүен дауам итә.
Пассажирҙарҙы һәм йөктәрҙе ташыу өсөн вокзал һәм «Жмеринка» станцияһы 1904 йылдың 1 сентябрендә асылалар (иҫке стиль буйынса). Был йәһәттән Санкт-Петербург ҡалаһында «Зодчий» журналында 1904 йылдың сентябрендә ошондай хәбәр урынлаштырыла: «Ағымдағы йылдың 1 сентябрендә Жмеринка станцияһында карап формаһында мөһабәт вокзал асыла һәм изгеләндерелә».
Тиҙ арала инфраструктура (сиркәү, күсереү төрмәһе, ә, әлбиттә, күп һанлы хеҙмәтләндереүсе йорттар, шул иҫәптән кабактар) менән байытылған Жмеринка тимер юл вокзалы ҡоролмаһы ҡаласыҡтың үҫешендә ыңғай сағыла.
Украиналағы 1920-се йылғы граждандар сыуалыштар ваҡытында бер аҙ ваҡыт вокзал бинаһында Григорий Котовский штабы урынлаша.
СССР ваҡытында Жмеринка тимер юлы станцияһында өҫтәмә рәүешендә бүлмәләр, үтеп сығыу урындар һәм башҡалар төҙөлә. Әммә совет осоронда вокзалдың бөтөнлөгөн һаҡлап ҡалыу мөмкин булмай — шәхси һәм йәмәғәт ихтыяждары өсөн вокзал алды майҙанында фонтан алып ташлана, залдарҙа ремонттарҙа һуң һылап яһалған биҙәктәр, картиналар һәм түбәләрҙәге ялатылған алтын, шулай уҡ «батша бүлмәһе» тип исемләнгән (бында, риүәйәт буйынса, Николай II туҡталған) бүлмәнән йәшел туҡыма менән көпләнгән ҙур түңәрәк өҫтәл юҡҡа сыға . Бойондороҡһоҙ Украина осоронда инде (менән 1991 йыл). вокзальная мөһабәт ҡоролманы ҡәнәғәтләнерлек хәлдә тотоп булмай һәм 2000-се йылдарҙың икенсе яртыһында ҡоролманың артабанғы емерелеүен булдырмаҫ өсөн ҡайһы бер саралар күрелә[8].
2011—2013 йылдар дауамындавокзалға тулы реставрацияһы үткәрелә[9]
2001—2011 йылдарҙа вокзалда Остап Бендер һәйкәле тора (актёр Сергей Юрский образында), әммә 2011 йылғы реконструкциялау барышында һәйкәл һүтелә.Һәйкәлде ҡуйыуға рөхсәт булмаған һәм ул һыу торба селтәре урынында урынлашҡан булған. Хәҙерге ваҡытта һәйкәлде урынына ҡайтарыу мәсьәләһе ҡуйыла, сөнки ҡала халҡы әлеге һәйкәлде ҡала символдарының береһе тип һанайҙар[10].
Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Залізничний вокзал Жмеринка (1).jpg
Жмеринка тимер юлы вокзалына яҡын урындар
- Залізничний вокзал Жмеринка (2).jpg
Остап Бендер һәйкәле менән вокзал алды майҙаны
- Жмеринка - Залізничний вокзал DSC 3477.JPG
Вокзал эсендә
- Žmerynka1.jpg
Фасад. IV перрондан күренеш
- Жмеринка - Залізничний вокзал DSC 3477.JPG
Королма интерьеры. Көтөү залы
- (06) WIKIMEDIA RAILWAY STATION IN TOWN OF ZHMERINKA VINNYTSIA REGION STATE OF UKRAINE PHOTOGRAPH BY VIKTOR O LEDENYOV 25082014.jpg
II перрон. Вокзал алды майҙаны яғы күренеше
- Приміщення квиткових кас жмеринського вокзалу P1090549.JPG
Королма интерьеры. Билет кассалары бүлмәһе
- Опора навісу над перонами Жмеринського вокзалу.JPG
Вокзал платфомаһындағы маркировка
- Жмеринка Залізничний вокзал 07.jpg
Жмеринканы азат иткән яугирҙарға мемориаль таҡтаташ
- Меморіяльна дошка на честь архітектора Журавського З.І., який спроєктував вокзал в Жмеринці DSC 3472.jpg
Аархитектор Журавскийға мемориаль таҡтаташ
- Залізничний вокзал Жмеринка (3).jpg
Вокзал реконструкцияға тиклем
- Жмеринка Залізничний вокзал.jpg
Королма интерьеры. Билет кассалары бүлмәһе
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ Топ-9 найоригінальніших українських вокзалів - Подорожі - Український тиждень, Тиждень.ua . Дата обращения: 17 ноябрь 2016.
- ↑ Ворота міста або найкрасивіші вокзали України . Дата обращения: 17 ноябрь 2016.
- ↑ 15 найкрасивіших залізничних вокзалів України . Дата обращения: 17 ноябрь 2016.
- ↑ Магистраль - Великий початок . Дата обращения: 18 август 2016. 2016 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Історія Жмеринки . Дата обращения: 18 август 2016.
- ↑ Куди подівся царський стіл із Жмеринського вокзалу, і чому очікування у залі транзитних пасажирів тут платне? 2013 йылдың 23 июнь көнөндә архивланған. // стаття за 14 травня 2008 року в газ. »33-й канал" (м. Вінниця) . Архивировано 4 декабрь 2013 года. 2013 йылдың 4 декабрь көнөндә архивланған.
- ↑ Жмеринський залізничний вокзал 2017 йылдың 19 июнь көнөндә архивланған. на віртуальний прес-центр Укрзалізниці 2012 йылдың 10 апрель көнөндә архивланған.
- ↑ На ремонт вокзалу у Жмеринці витратять півмільйона гривень // повідомл. за 27 грудня 2007 року на Gazeta.ua «Останні новини»
- ↑ В Жмеринці урочисто відкрито відреставрований вокзальний комплекс
- ↑ http://real-vin.com/i-o-mera-zhmerinki-eduard-krajnik-pos, — Новости Винницы, 25.12.2013 (рус.)(рус.)
Сығанаҡтар һәм һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Информация о станции Жмеринка на сайте railwayz.info
- Станция Жмеринка 2017 йылдың 25 апрель көнөндә архивланған.
- Жмеринский железнодорожный вокзал 2017 йылдың 19 июнь көнөндә архивланған.
- Куда делся царский стол с Жмеринского вокзала, и почему ожидания в зале транзитных пассажиров здесь платное?// статья по 14 мая 2008 года в газ. «33-й канал» (г. Архивировано 4 декабрь 2013 года. 2009 йылдың 13 октябрь көнөндә архивланған. Винница) . Архивировано 4 декабрь 2013 года. 2013 йылдың 4 декабрь көнөндә архивланған.
- Жмеринский железнодорожный вокзал на www.oko.kiev.ua («Архитектура и краеведение»)