Ханов Закирйән Хан улы
Закирйән Хан улы Ханов (Закир Ханов, Ҡотләхмәтханов[1]; рус. Ханов, Закирьян Ханович; 1920 йылдың 7 феврале, Салауат районы — 1990 йылдың 9 авгусы, Сибай, Башҡортостан Республикаhы) — совет театр актёры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1937—1940 йылдарҙа һәм 1946 йылдан Ҡыйғы колхоз-совхоз театры, 1952—1987 йылдарҙа Сибай драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1971) һәм халыҡ (1978) артисы[2].
Биографияһы
1920 йылдың 7 февралендә АСБР-ҙың Дыуан-Ҡошсо кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Лағыр ауылында, тыуған. 1935—1937 йылдарҙа Мәсәғүт педагогия училищеһында уҡый. 1937 йылда Ҡыйғы колхоз-совхоз театрына эшкә алына. 1937—1940 йылдарҙа һәм 1946 йылдан ошо театрҙа актёр булып эшләй[2].
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1938 йылда армияға саҡырыла, 1945 йылда Японияға ҡаршы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша, яралана һәм госпиталдә дауалана[1].
1952 йылдан Баймаҡ колхоз-совхоз театрына күсә. 1957 йылдан Сибай театрында эшләй[1]. «Башҡорт энциклопедияһы» мәғлүмәтенә ярашлы, 1952—1987 йылдарҙа Сибай драма театры актёры була[2].
1990 йылдың 9 авгусында Сибай ҡалаһында вафат була[2].
Театрҙағы ролдәре
Закирйән Хановтың сәнғәте халыҡ йола фольклоры традицияларына барып тоташа. Милли сәхнә сәнғәте рус классик театр мәктәбенең һәм башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижадының синтезынан барлыҡҡа килгән. Иң мөһим ролдәрен артист Сибай театры сәхнәһендә башҡара.
- Ролдәре
- Миллер — «Мәкер һәм мөхәббәт» Ф. Шиллер;
- Тартюф — «Тартюф» Ж-Б. Мольер;
- Сквозник-Дмухановский — «Тикшереүсе» Н. В. Гоголь;
- Сергей Тюленин — «Батырҙар» А. А. Фадеевтың «Йәш гвардия» романы буйынса В. Ғ. Ғәлимов инсценировкаһы;
- Юлай — «Дуҫлыҡ һәм мөхәббәт», Сәғит Мифтаховтың «Һаҡмар» әҫәре буйынса;
- Хәмид — «Фатима Сабри», С. Джемал;
- Тимербулат — «Ул ҡайтты» Әнғәм Атнабаев;
- Ризуанов — «Зайтунгуль» Нәжиб Асанбаев;
- Борханов — «Ихлас һөйләшеүҙәр», Н. Асанбаев, Ф. Әсәнов;
- Сарафанов — «Өлкән ул», А. Вампилов;
- Әҙел — «Башҡорт туйы» М. Буранғолов;
- Ғәлим — «Ҡыҙыл йондоҙ» Мәжит Ғафури;
- Бәхтейәр — «Смелые девушки» Төхфәт Ғиззәт;
- Сәйетбаба — «Ҡара раузалар» С. Джемалдың шул уҡ исемле романы буйынса В. Ғәлимов инсценировкаһы[2].
Ғаиләһе
Ҡатыны — Сиражетдинова Шәмсинур, Сибай драма театры актрисаһы. Улы — Олег, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1978);
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1971);
- IIдәрәжә «Ватан һуғышы ордены» (1985)[3]
- Салауат районының почётлы гражданы[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 Поклонимся великим тем годам. Башкирский академический театр драмы им. Мажита Гафури. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
- ↑ 1 2 3 4 5 Ханов Закирйән Хан улы (башҡ.). Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан». ГАУН РБ «Башҡорт энциклопедияһы». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
- ↑ Ханов Закир Ханович. Память народа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
- ↑ Почётные граждане. Архивная копия сайта администрации муниципального района Салаватский район Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 июнь 2026.
Һылтанмалар
- С. С. Саитов. Ханов Закирйән Хан улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Виртуальный музей Лагеревской школы. Знаменитые люди села Лагерево. Ханов Закирьян Ханович
- Башкирский академический театр драмы им. Мажита Гафури: «Поклонимся великим тем годам»
- Энциклопедия Салаватского района Республики Башкортостан / К. К. Галеева. — Уфа: АКИРУС-АНО ЦЭКИТ, 2024. — С. 688. — 800 с. — ISBN 978-5-6049650-1-6.