Закиров Миңлемөхәмәт Тәфтизан улы

Миңлемөхәмәт Тәфтизан улы Закиров (рус. Закиров Мухамет Тафтизанович; 1950 йылдың 24 ноябре, Дәүләт ауылы, Башҡорт АССР-ы2014 йылдың 22 ноябре, Өфө) — совет һәм Рәсәй журналисты һәм шағиры. 2001 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы[1].

Биографияһы

Миңлемөхәмәт (Мөхәмәт) Тәфтизан улы Закиров 1950 йылдың 24 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ҡариҙел районы Дәүләт ауылында тыуған.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Башҡортостан Дәүләт телерадиокомитетында өлкән мөхәррир булып эшләй, артабан «Ҡызыл таң» гәзитенең әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге хәбәрсеһе була.

2001 йылдан — Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы[2]

Мөхәмәт Закиров 2014 йылдың 22 ноябрендә Өфө ҡалаһында вафат була[3].

Ижады

Мөхәмәт Закировтың әҙәби ижады 70-се йылдарҙа башлана. Алты шиғри йыйынтыҡ авторы:

  • Ҡайын яҡтыһы: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985. — 31 бит.
  • Сәскә тулҡыны: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.
  • Уңалған яра: Шиғырҙар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  • Беҙ Ҡараиҙелдән: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005.
  • Ҡылыстағы һандуғас: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2005.
  • Тыуған йорт: Шиғырҙар. — Өфө: Китап, 2010.

Закировтың шиғриәте нескә юмор, ихласлыҡ, тәрән хислелек менән айырылып тора. Уның әҫәрҙәрендә халыҡ ижадынан алынған образдар, мотивтар киң ҡулланыла. Шул уҡ ваҡытта шағирҙың шиғырҙарында мәңгелек ҡиммәттәр хаҡында фәлсәфәүи уйланыуҙар, шулай уҡ йәмғиәттең бөгөнгө хәле — рухи һәм матди ярлыланыу, әхлаҡи компастың юғалыуы хаҡында борсолоу сағыла.

Иҫкәрмәләр

  1. Список принятых членов Союза писателей с 1990 года по 2005 год. bash-portal.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2015. Архивировано 22 июль 2014 года.
  2. Список принятых членов Союза писателей с 1990 года по 2005 год. bash-portal.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 ғинуар 2015. 2014 йылдың 22 июль көнөндә архивланған.
  3. Закиров Минимухамет (Мухамет) Тафтизанович. bashmusic.nknrb.ru. Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 апрель 2026.

Сығанаҡтар

  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2020)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 19 ноябрь 2020)

Һылтанмалар