Закир Һаҙый
Һаҙыев Закир Һаҙый улы (татар. Закир Һади, Закир Һади улы Һадиев; 1892 йылдың 15 марты, Йәрәмкә ауылы, Шаран районы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Ырымбур губернаһы — 1932 йылдың, Ҡасим районы[d], Мәскәү өлкәһе, Рязань өлкәһе, Царицыно[d], Мәскәү өлкәһе) — татар һәм башҡорт яҙыусыһы, мәғрифәтсе, педагог[1][2].
Биография
Закир Һаҙый улы Һаҙыев 1863 йылдың 15 мартында Бәләбәй өйәҙе Ырымбур губернаһы Йәрәмкә ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районы Йәрәмкә ауылы) тыуған[3]. Башланғыс белемде өйҙә ала: атаһы ҡышҡы осорҙа ауыл балаларына уҡырға-яҙырға өйрәтә.
1875—1885 йылдарҙа Тымытыҡ ауылындағы (Һамар губернаһы Бөгөлмә өйәҙе) мәҙрәсәлә уҡый. 1885 йылда Түбәнге Новгородта бер нисә ай күн эшкәртеү производствоһында эшләй.
Ҡасимов ҡалаһында (Рязань губернаһы) Кастров мәҙрәсәһен тамамлай. Ҡасимовтан 5—6 км алыҫлыҡтағы Татар Бай (Татар Бае) ауылында уҡытыусылар әҙерләү курстарын тамамлағандан һуң, Мулта ауылына китә һәм уҡытыусы булып эшләй башлай[4].
Уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге менән бер рәттән үҙаллы белем алыуға ҙур иғтибар бирә һәм әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Йәйге каникулдарҙа Ҡасимовта фатирға урынлашып, рус телен өйрәнеүен дауам итә, сәйәхәт итә, Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө ҡалаларында була. Төрөк һәм ғәрәп телдәрен камил белә.
1905 йылда Одесса ҡалаһына китә, унда татар яңы ысуллы мәктәбендә уҡыта. 1908 йылда бер аҙ ваҡыт Ҡазанда була.
1914—1918 йылдарҙа Харьков ҡалаһында уҡыта, ул йылдарҙа бында Пензә губернаһынан сыҡҡан татарҙарҙан, шулай уҡ ҡасимов татарҙарынан торған күп һанлы татар общинаһы формалаша. Артабан тыуған яғына — Еремкиноға ҡайта. 1919—1920 йылдарҙа Бурһыҡ ауылында уҡытыусы булып эшләй.
1922 йылдан йәнә Ҡасимов районына китә һәм татар ауылы Бимсалаға (Царицыно) урынлаша, унда уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеген дауам итә.
1933 йылда (ҡайһы бер сығанаҡтар буйынса — 1932 йылда) вафат була[3], Рязань өлкәһенең Бимсала ауылында ерләнгән.
Ижады
Уның «Бәхетле ҡыҙ» («Счастливая девушка») исемле тәүге хикәйәһе 1903 йылда яҙыла һәм 1904 йылда Ырымбур ҡалаһында баҫылып сыға. Әҫәрҙә төп герой Гайша ата-әсәһе тәҡдим иткән никахтан баш тарта һәм мәғрифәтле мулла менән яҙмышын бәйләй, уҡытыусы була. Һуңынан «Официант» (1904), «Хәйер доға» («Благословение», 1905) хикәйәләре донъя күрә. «Бәхетһеҙ ҡыҙ» хикәйәһенең баҫылып сығыуы Закирҙың 1905 йылда Одессаға китеүе менән тура килә.
Һаҙыев — мәғрифәтселек йүнәлешендәге повесть һәм хикәйәләр авторы, уларҙа татар ауылы тормошо реалистик сағылдырыла. Уның әҫәрҙәренең төп темаһы — ҡатын-ҡыҙҙарҙың тиң хоҡуҡлылығы һәм иҫкергән уҡытыу ысулдарын тәнҡитләү. «Хәйер доға» һәм «Мәғсүм» («Ғәйепһеҙ», 1906) әҫәрҙәрендә ул ҡәдимселек мәҙрәсәләрен тәнҡитләй, уларҙы боронғо мәмерйәләргә, ә уҡыусыларын мәмерйә кешеләренә оҡшата («Яңы әсхабе кәһәф» — «Мәмерйә кешеләренең яңыһы», 1908)[4].
«Җиһанша хәҙрәт» («Джиганша-хазрет», 1908) повесы — яҙыусының иң ҙур әҫәрҙәренең береһе, унда ҡомһоҙ ҡәдимсе ишан Джиһаншаға мәғрифәт яҡлы Хәсән мулла ҡаршы ҡуйыла.
Һаҙыевтың ҡайһы бер әҫәрҙәренең ҡулъяҙмалары юғалған: 1905 йылда Одессалағы йәһүд погромдары тәьҫораттары буйынса яҙылған повесть, рус-япон һуғышы тураһында поэма, бер нисә хикәйә. Уның ижады XIX быуаттағы татар мәғрифәтселек реалистик әҙәбиәтен тамамлай һәм 1905—1907 йылдар революцияһы осорондағы демократик әҙәбиәткә күсә.
Закир Һаҙыевтың повестары һәм һайланма хикәйәләре тәүге тапҡыр кириллицала 1957 йылда Ҡазанда баҫылып сыға. «Җиһанша хәҙрәт» повесы 2001 йылда ҡабаттан нәшер ителә[5].
Библиография
- Бәхетле кыз: хикәя. — Оренбург, 1904. — 100 б.
- Официант: хикәя. — Оренбург, 1904. — 40 б.
- Бәхетсез кыз: хикәя. — Оренбург, 1905.
- Мәгъсүм: хикәя. — Оренбург, 1906. — 40 б.
- Хәер дога: хикәя. — Оренбург, 1906.
- Яңа Әсхабе кяһәф: хикәя. — Казан, 1908. — 20 б.
- Җиһанша хәзрәт: повесть. — Казан, 1908. — 64 б.
- Сайланма әсәрләр. — Казан: Татар. кит. нәшр., 1957.
Тәржемәләр
2018 йылда Өфөлә Закир Һаҙыевтың башҡорт теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәр йыйынтығы нәшер ителә[6].
Хәтер
Иҫкәрмәләр
- ↑ Әхмәтов Р. Закир Һади // Татар әдәбияты тарихы. — 2 т. — Казан: Татар. кит. нәшр., 1985. — 362—376 б.
- ↑ Союз писателей Республики Татарстан. Закир Һади. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 май 2021. Архивировано 11 май 2021 года.
- ↑ 1 2 3 Надергулов М. Х. Закир Хади. Башкирская энциклопедия. ГАУН «Башкирская энциклопедия» (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2024.
- ↑ 1 2 Хади Закир Хадиулла угылы. Татарская энциклопедия TATARICA. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2024.
- ↑ Сафаров М. А. Роль татарских медресе в жизни и творчестве Закира Хади (1863–1933). Казанский федеральный университет (2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2024.
- ↑ Һаҙи З. Һайланма әҫәрҙәр / Автор-төҙөүсе Г. Х. Абрафиҡова. Өфө: Матбуғат донъяһы, 2018. 175 с
- ↑ [https://sharanpro.ru/news/kultura/2025-10-24/ego-tvorchestvo-nashe-kulturnoe-nasledie-4440009?ysclid=mmlxbp78hz467015446 Его творчество - наше культурное наследие]. Шаранские просторы (24 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 март 2026.
Әҙәбиәт
- Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 2 китапта 2‑се кит. Проза. Драматургия. — Өфө, 1984.
- Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2‑се т. — Өфө, 1990.
- Ҡунафин Ғ. С. Закир Һаҙи // ХХ быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең идея-художество үҙенсәлектәре. — Өфө: Ғилем, Башҡ. энцикл., 2016. — 368 бит. ISBN 978-5-88185-303-7
- Надергулов М. Х. Хади Закир Хадиевич // Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
Һылтанмалар
- Нәҙерғолов М. Х. Һаҙый Закир Һаҙый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (рус.)
- Нәҙерғолов М. Х. Тәүгеләрҙең береһе (Прозаик Закир Һаҙиҙың тыуыуына – 150 йыл) // Ағиҙел : журнал.
- Ахмадиев В. И. История башкирской литературы начала XX в. Закир Хади (1863–1932) // Ватандаш : журнал. (рус.)
- Әхмәтов Р. Закир Һади (тат.) // Әдипләр.
- Закир Һаҙи. Һайланма әҫәрҙәр /Автор-төҙөүсе Г. Х. Абдрафиҡова/ Өфө:Матбуғат донъяһы. 2018 й.