Заман (төркөм)
«Заман» | |
---|---|
Коллектив тураһында мәғлүмәт | |
Жанр | World Music, Indie, Fusion, Electro |
Ил | Рәсәй Федерацияһы |
Ҡала | Мәскәү |
Язык песен | башҡорт, рус |
Состав | Мөфтәхин Радмир, Мөфтәхина Елена, Хәмзин Айҙар, Рәхимов Ришат, Попов Александр, Илембәтов Ислам |
www.zaman-music.com |
«Заман» — World Music жанрында сығыш яһаусы Рәсәй музыкаль төркөмө, башҡорт, рус, инглиз, ҡаҙаҡ телдәрендә йырлай. Стиленең нигеҙендә башҡорт фольклоры ята. «Заман» төркөмөнөң репертуары автор композицияларынан һәм башҡорт халыҡ йырҙарының заманса эшкәртмәләренән тора.
Коллектив 2014 йылда Мәскәүҙә гитарасы һәм продюсер Радмир Мөфтәхин тарафынан ойошторолған.
Коллектив алдына башҡорт халыҡ традицияларын фольклор менән заманса музыка синтезы аша һаҡлау бурысы ҡуйылған.
Коллективтың составы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Мөфтәхин Радмир — төркөмдөң етәксеһе, гитара, думбыра.
- Мөфтәхина Елена — төркөмдөң солисы, вокал, ҡумыҙ.
- Хәмзин Айҙар — композитор, клавишасы, вокал.
- Рәхимов Ришат — бас-гитара, саксофон, диджериду, вокал, калимба.
- Попов Александр — һуҡма музыка ҡоралдары, перкуссия.
- Илембәтов Ислам — ҡурай.
- Шәрәфетдинова Эльза — флейта.
- Еретин Василий — өзләү, торба.
Ҡаҙаныштары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Коллективтың дебюты 2014 йылда «Лужники» олимпия комплексының Спорт һарайындағы «Россия» дәүләт үҙәк концерт залында була. Унда коллектив төрки халыҡтарының «Науруз» дөйөм ҡала байрамында Башҡортостан Республикаһы исеменән сығыш яһай.
- «ZAMAN» төркөмө Башҡортостан Республикаһында «Turkvision — 2014» конкурсының һайлап алыу турында беренсе урын ала һәм Халыҡ-ара «Turkvision — 2014» телевизион конкурсында республиканан лайыҡлы вәкил булып ҡатнаша. Абруйлы жюри фекере һәм смс аша тауыш биреү буйынса, Азияның иң яҡшы өс коллективы иҫәбенә инеп, III урынды яулай.
- «ЗАМАН» Аҙ һанлы халыҡтарҙың «Suns Europe — 2015» халыҡ-ара конкурсында (Удинэ, Италия), Башҡортостан Республикаһы (Рәсәй) исеменән сығыш яһап, II урынды ала. Конкурстың финалында бөтәһе 30-ҙан ашыу коллектив сығыш яһай.
- 2016 йылда «Заман» төркөмө Мәскәү Халыҡ-ара музыка йортонда РСФСР-ҙың халыҡ артисы Ренат Ибраһимовтың «Королевам красоты» тигән концерт программаһында ҡатнаша.
- 2016 йылда төркөм этник музыка өлкәһендә «Russian World Music Awards» беренсе Рәсәй премияһына номинациялана.
- 2016 йыл (ноябрь) — Zaman — Рига ҡалаһында БМО булышлығы менән үткәрелә торған International Day for Tolerance’та (Халыҡ-ара толерантлыҡ көнөндә) Рәсәйҙең ЮНЕСКО-лағы вәкиле.
- 2017 йыл (февраль) — Һыуытма / Пульсом диких птиц (башҡорт һәм рус телдәрендәге версиялар) йырына дебют клибы премьераһы.
- 2017 йыл (апрель) — төркөм «Һыуытма» йыры менән «Liet international — 2017» конкурс-фестивалендә (Кеутукейну ҡалаһы, Норвегия) сығыш яһай.
- 2017 йыл (июнь) — «Заман» төркөмөнөң «Nomad way» фестивале һәм «Astana Expo 2017» (Астана ҡалаһы, Ҡаҙағстан) сиктәрендә ҙур соло коцерты.
Вокаль-инструменталь ансамбль бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнә, шулай уҡ милли мәҙәниәтте һаҡлаған, популярлаштырған, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә Башҡортостан Республикаһының ыңғай имиджын тыуҙырған өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гранты менән билдәләнә.
Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- https://soundcloud.com/zamanmusicofficial(недоступная ссылка)
- https://www.youtube.com/channel/UCj_cxUn7ySzjgykYElLcQlg
- https://vk.com/zamanmusicofficial(недоступная ссылка)
- http://www.bashinform.ru/m/news/1028510-v-rossiyskom-teleshou-novaya-zvezda-bashkiriyu-predstavlyaet-etno-proekt-zaman-/
- https://kr-znamya.ru/index.php?option=com_content&view=article&id=11137:-----leurovisionr&catid=46:day&Itemid=82(недоступная ссылка)
- http://www.bashinform.ru/news/874624-bashkirskiy-etno-proekt-zaman-iz-moskvy-nominirovan-na-premiyu-russian-world-music-awards/
- http://new.kurultay-ufa.ru/ru/2016/07/13/башкирский-этно-проект-заман-из-мос/
- http://www.bashinform.ru/news/797762-bashkirskiy-etno-proekt-zaman-priznan-odnim-iz-luchshikh-natsionalnykh-kollektivov-na-mezhdunarodnom/#ixzz3ueCxbCPY
- http://tv-rb.ru/novosti/culture/bashkir_ethno_project_zaman_is_recognized_as_one_of_the_best_national_teams_in_the_world/
- http://ufavesti.ru/70289-v-moskovskom-shatre-ramadana-proshel.html
- http://eurovoix-world.com/bashkortostan-zaman-to-suns-europe/ 2016 йылдың 1 июнь көнөндә архивланған.
- http://в-деталях.рф/башкирский-этно-проект-заман-из-мос/580485/(недоступная ссылка)
- http://bashpredmsk.bashkortostan.ru/press-center/moskovskiy-etno-shou-proekt-zaman-predstavit-bashkortostan-v-polufinale-konkursa 2016 йылдың 20 сентябрь көнөндә архивланған.
- http://www.bashinform.ru/news/848524-bashkirskiy-etno-proekt-zaman-vystupil-v-germanii-s-solnym-kontsertom/
- http://tv-rb.ru/novosti/culture/kurai_again_conquers_the_european_audience/?sphrase_id=138834
- http://eurovoix-world.com/turkvizyon16-russian-participation-dependent-on-better-relations/ 2016 йылдың 10 август көнөндә архивланған.