Зыкин
Зыкин — ир-ат, Зыкина — ҡатын-ҡыҙҙар фамилияһы.
Билдәле йөрөтөүселәр
- Зыкин Владимир Александрович (15.02.1935—3.11.2021), агроном-ғалим, генетик. 2009—2012 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы. В. И. Ленин исемендәге Бөтә Союз ауыл хужалығы фәндәре академияһы (рус. Всесоюзная академия сельскохозяйственных наук имени В. И. Ленина — ВАСХНИЛ) академигы (1989), ауыл хужалығы фәндәре докторы (1989), профессор (1991). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Башҡортостан Республикаһының фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2013).
---
- Зыкина Людмила Георгиевна (10.06.1929—1.07.2009), СССР һәм Рәсәй йырсыһы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1987), СССР-ҙың халыҡ артисы (1973).
- Зыкина Рәйсә Фәрит ҡыҙы (15.07.1946), журналист, яҙыусы, йәмәғәтсе. 1980 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан тарихы буйынса, уның тәбиғәте, кешеләре тураһында бихисап китап авторы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1996).
Был — тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ, мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып, РУВИКИ проектына ярҙам итә алаһығыҙ.