Зыятдинов Гөлфәт Ғәбдинур улы
Зыятдинов Гөлфәт Ғәбдинур улы (рус. Зиятдинов Гульфат Габдинурович; 1 май 1948 йыл) — педагог, мәғариф һәм муниципаль орган хеҙмәткәре, йәмәғәтсе, үҙешмәкәр сәнғәттә ҡатнашыусы. Рәсәй Федерацияһының (2008) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған уҡытыусыһы.
Юғары белемле. 1971 йылда Бөрө дәүләт педагогия институтының[1] физика-математика факультетын тамамлаған.
Биографияһы
Гөлфәт Ғәбдинур улы Зыятдинов 1948 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ының Балтас районы Нажар ауылында тыуған[2].
Үҙ аллы хеҙмәт эшмәкәрлеген 1970 йылда ошо райондың Үрге Ҡарыш урта мәктәбендә физика һәм математика уҡытыусыһы булып башлай.
1971 йылдан Нефтекама ҡалаһы 2-се урта мәктәбенең физика уҡытыусыһы.
1979 йылдан Нефтекама нефть техникумының бүлек мөдире[2].
1985 йылдан Нефтекамалағы 11-се урта мәктәп директоры.
1992 йылдың ғинуар—март айҙарында Нефтекама ҡала мәғариф бүлеге мөдире була һәм халыҡ депутаттарының Нефтекама ҡала советы рәйесе итеп һайлана. Был вазифала 1994 йылдың ғинуарынаса эшләй, артабан — Нефтекама ҡалаһы мэрының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары[2].
1994 йылдың декабренән — Нефтекама муниципаль милек менән идара итеү комитетының рәйес урынбаҫары.
1995 йылдың июленән — Нефтекаманың 8-се урта мәктәбе директоры[2].
2008 йылдан — хаҡлы ялда, эшләүен дауам итә: «Солнечный» баҡсасылыҡ ҡулланыусылар кооперативы рәйесе[3], «Краса Увал» төбәгендәге барлыҡ баҡсасылыҡ ҡулланыусылар кооперативтары кураторы[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- 2008—2012 йылдар: Нефтекама ҡалаһындағы 11-се социаль-профилактика үҙәгенең совет рәйесе;
- Ҡалалағы татар милли-мәҙәни үҙәк етәксеһе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2008)[4];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004)[5];
- РСФСР-ҙың хәлыҡ мәғарифы отличнигы (1991);
- Башҡорт АССР-ы Халыҡ мәғарифы министрлығының Почёт грамотаһы (1989);
- ВЦСПС-тың «Үҙешмәкәр сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн» күкрәккә тағыла торған билдәһе (1984);
- «Башнефть» производство берекмәһенең Почёт грамотаһы (1982).
Иҫкәрмәләр
- ↑ 2022 йылдан Өфө фән һәм технологиялар университетының Бөрө филиалы.
- ↑ 1 2 3 4 5 Тагиров А. С., Тагирова З. А. Герои Нефтекамского времени (Энциклопедия личностей). (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июнь 2024).
- ↑ САДОВОДЧЕСКИЙ ПОТРЕБИТЕЛЬСКИЙ КООПЕРАТИВ «СОЛНЕЧНЫЙ». Председатель Зиятдинов Гульфат Габдинурович. Сайт B2B-Project.ru — единый универсальный каталог предприятий и организаций
- ↑ Сайт «Награды России». За заслуги в обучении и воспитании учащихся и многолетний добросовестный труд. Почетное звание «Заслуженный учитель Российской Федерации». 29 февраля 2008 года
- ↑ Указ Президента Республики Башкортостан от 11 марта 2004 года
Әҙәбиәт
- Тагиров А. С., Тагирова З. А. Герои Нефтекамского времени (Энциклопедия личностей). — Нефтекамск, 2018. — 216 с., с илл. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 июнь 2024)
Һылтанмалар
- Сайт «Награды России» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июнь 2024)
- Городскому Совету Нефтекамска – 60 лет. Газета «Красное знамя», 3 марта 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июнь 2024)
- САДОВОДЧЕСКИЙ ПОТРЕБИТЕЛЬСКИЙ КООПЕРАТИВ «СОЛНЕЧНЫЙ». Сайт B2B-Project.ru — единый универсальный каталог предприятий и организаций (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 июнь 2024)