Ибраһимов Искәндәр Абдрахман улы
Ибраһимов Искәндәр Абдрахман улы (рус. Ибрагимов Искандер Абдрахманович ; 11 ноябрь 1925 йыл—25 июнь 2001 йыл) — ғалим-урман белгесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1987 йылдарҙа Башҡортостан урман тәжрибә станцияһы директоры. Биология фәндәре кандидаты (1965). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1973) һәм атҡаҙанған урмансыһы (1982), II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985)[1].
Биографияһы
Ибраһимов Искәндәр Абдрахман улы 1925 йылдың 21ноябрендә Башҡорт АССР-ыың Бәләбәй кантоны Дәүләкән ҡасабаһында (хәҙерге Дәүләкән ҡалаһы) тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй башлай. 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышына китә. Һуғыштан һуң Ибраһимов Искәндәр тыуған колхозында эшләй, 10 йыллыҡ мәктәпте, 1953 йылда Башҡорт ауыл хужалығы институтын (хәҙер Башҡорт дәүләт аграр университеты) уңышлы тамамлай. 1956 йылдан Башҡорт ауыл хужалығы институтында, 1960—1987 йылдарҙа Башҡортостан урман тәжрибә станцияһында эшләй. 1962 йылдан уның директор вазифаһын башҡара. Фән менән әүҙем шөғөлләнә[2].
1965 йылда Искәндәр Ибраһимов «Цитопороз тополей в лесных культурах Башкирской АССР и меры борьбы с ним» темаһына диссертацияһын уңышлы яҡлай һәм биология фәндәре кандидаты дәрәжәһен ала. Был эш ҙур практик әһәмиәткә эйә була, сөнки тирәк республикала иң таралған ағастарҙың береһе булып тора.
1960-сы йылдар аҙағында Марсель Абдулов һәм Искәндәр Ибраһимов «Өфө платоһының шыршы-аҡ шыршы урмандары» заказнигын булдырыу инициативаһы менән сығыш яһай. Был мәсьәлә ыңғай хәл ителә, һәм 1968 йылда Башҡорт АССР-ы Нуриман районы һәм Силәбе өлкәһенең Аша районы сигендә 1700 гектар майҙанда ландшафт тәбиғәт заказнигы барлыҡҡа килә, ул «Первомайский» исемен ала. Ул Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш төбәгенең реликт киң япраҡлы-ҡара ылыҫлы урмандарын һаҡлау буйынса мөһим бурыстар башҡара башлай. Тиҫтәләгән шишмә һәм донъялағы иң ҙур карст сығанағы булған Ҡыҙыл шишмәне туҡландырыусы уникаль Яманйылға йылғаһы ҡотҡарыла[3].
1970-се йылдарҙа Искәндәр Ибраһимовтың шәхси инициативаһы буйынса Башҡортостан урман тәжрибә станцияһының яңы бинаһы төҙөлә, һәм уның ҡыйығы аҫтында «Союзгипролесхоз», «Контрольная станция лесосемян» һәм «Башлесопроект» партнёр-ойошмалар урынлаша[3].
Ғалим 2001 йылдың 25 июнендә Өфө ҡалаһында мәрхүм була[2].
Фәнни тикшеренеүҙәре
Фәнни тикшеренеүҙәре урман культураларын ауырыуҙарҙан һаҡлау мәсьәләләренә арналған. Ибраһимов ҡатнашлығында ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостарына ҡаршы көрәшеү өсөн биологик препараттар, питомниктарҙа ылыҫлы ағастарҙың үҫентеләрен йығылыуҙан һаҡлау сараларының зонаға ярашлы системалары эшләнә. 70-тән артыҡ фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы[2].
Авторҙашлыҡта яҙылған иң билдәле эштәре араһында — «Зональ-типологик нигеҙҙә Башҡорт АССР-ы урмандарында ҡырҡыу ысулдары» (Мәскәү, 1982), «Питомниктарҙа ылыҫлы тоҡомдарҙың ултыртыу материалын арттырыу ысулдары». «Урман хужалығын комплекслы алып барыуҙы һәм урман төҙөлөшөн проектлауҙы камиллаштырыу» (Өфө, 1980), «Урман питомниктарында ултыртыу материалы сығышын арттырыу буйынса саралар. Башҡортостанда урманды һаҡлау» (Өфө, 1981)[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1973)
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған урмансыһы (1982)
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ибрагимов Искандер Абдрахманович, Память народа. 5 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Миһранова Г. А.. Ибраһимов Искәндәр Абдрахман улы, Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан» (10 октябрь 2019). 5 июнь 2025 тикшерелгән.
- ↑ 1 2 3 Он мечтал о том, чтобы везде росли и шумели леса (К 90-летию со дня рождения видного ученого-лесовода Искандера Ибрагимова), Башинформ (21 ноябрь 2015). 5 июнь 2025 тикшерелгән. (рус.)
Һылтанмалар
- МиҺранова Г. Ибраһимов Искәндәр Абдрахман улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Он мечтал о том, чтобы везде росли и шумели леса (К 90-летию со дня рождения видного ученого-лесовода Искандера Ибрагимова)
- Автор патентов