Ибраһимов Әхмәт Йосоп улы

Ибраһимов Әхмәт Йосоп улы (рус. Ибрагимов Ахмат Юсупович; 7 ноябрь 1919 йыл4 апрель 1977 йыл) — педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1946—1976 йылдарҙа Баймаҡ районы мәктәптәре уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1955). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) һәм «Почёт Билдәһе» (1970) ордендары кавалеры.

Биографияһы

Әхмәт Йосоп улы Ибраһимов 1919 йылдың 7 ноябрендә Автономиялы Совет Башҡорт Республикаһының Бөрйән-Түңгәүер кантоны [2] 2-се Этҡол ауылында тыуған[3].

1936 йылда Ырымбур башҡорт педагогия техникумын, 1952 йылда Магнитогорск дәүләт педагогия институтын[4], 1958 йылда Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған[3].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген Хәйбулла районы 1-се Мырҙа ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып башлай, артабан уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире була[3].

Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында хәрби хеҙмәттә була. 1946 йылда демобилизацияланып ҡайтҡандан һуң, Баймаҡ районы Ярат ете йыллыҡ мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып эш башлай[3].

1956 йылдан Таулыҡай ете йыллыҡ мәктәбе директоры[3].

1960 йылдан Темәс интернат-мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, 1962 йылдан — 1-се Этҡол урта мәктәбе директоры, 1965 йылдан — 2-се Этҡол һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы[3].

1966—1976 йылдарҙа Иҫке Сибай урта мәктәбенең уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире[3].

1970 йылда Башҡорт АССР-ының Хеҙмәт Даны китабына индерелә[3].

1977 йылдың 4 апрелендә Иҫке Сибай ауылында вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
• «Почёт Билдәһе» ордены (1970)
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945)
• «Совет Заполярьеһын обороналаған өсөн» миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
«Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы
• РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1955)

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы
  2. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы.
  3. 1 2 3 4 5 6 7 8 9 Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 -5-88185-084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2024)
  4. Артабан Магнитогорск дәүләт университеты, 2014 йылдан Г. И. Носов исемендәге Магнитогорск дәүләт техник университеты составында.

Һылтанмалар

• Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 -5-88185-084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 12 ноябрь 2024)