Илсебәков Ислам Шәйхетдин улы

Илсебәков Ислам Шәйхетдин улы (башҡа сығанаҡтарҙа Ильчиваков Исмагил Шаймуратович тип күрһәтелгән[1]) (1918 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 60-сы кавалерия полкы яугиры[2].

Биографияһы

Ислам Шәйхетдин улы Илсебәков 1918 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы) Түбә руднигы ҡасабаһында[2] тыуған. Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында ҡылыссы булып хеҙмәт итә[2]. 1942 йылдың 23 февралендә[1] (башҡа сығанаҡтар буйынса 7 февралдә[2]. Украина ССР-ы Ворошиловоград өлкәһе Чернухино станцияһы тирәһендәге ҡаты алыштар барышында хәбәрһеҙ юғала[2]. Хәбәрһеҙ юғалыу датаһы 23 февраль булырға тейеш, сөнки Чернухино станцияһы өсөн алыштар нәҡ ошо көндә була, дивизияның бик күп яугирҙары һәм дивизия командиры генерал Шайморатов ошонда һәләк булалар. Туғандары тураһында мәғлүмәттәр юҡ.

Иҫкәрмәләр

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

Һылтанмалар