Иманғол (исем)

Викидата элементы юҡ

Иманғол — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ҡулланыла

Этимологияһы

Иманғол башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, башҡортса мәғәнәһе — имам + ғол[1].

Билдәле кешеләр

Фамилияла

Иманғолов Динислам Ислам улы (10 сентябрь 1924 йыл — 22 сентябрь 2014 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1951—1994 йылдарҙа Стәрлетамаҡ сода-цемент комбинаты слесары. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының IX саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1975—1980). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1974). Стәрлетамаҡ ҡалаһының почётлы гражданы (1969).

Иманғолова Зөләйха Сәхи ҡыҙы (7 апрель 1948 йыл) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.

Иманғолов Сулпан Ғоссам улы (1 ғинуар 1932 йыл — 9 ғинуар 2001 йыл) — башҡорт журналисы һәм сатирик шағиры, СССР Журналистар (1958) һәм Яҙыусылар (1981) союздары ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин (1996) һәм Булат Рафиҡов (2001) исемендәге премиялар лауреаты.

Иманғолов Насибулла Сәйфетдин улы (1902 — ?) — 112-се кавалерия дивизияһы яугиры , II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.

Сығанаҡтар

Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ