Имелбаев Дауыт Аздархан улы
Имелбаев Дауыт Аздархан улы (1908 йыл — 19 декабрь 1949 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1].
Биографияһы
Дауыт Аздархан улы Имелбаев 1908 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Таулыҡай (хәҙер Үрге Таулыҡай) ауылында тыуған. Темәс башҡорт педагогия училищеһын тамамлай. Һуғыш башланғас, 1941 йылда Башҡорт АССР-ының Байма районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[2]. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында аҙыҡ склады мөдире булып хеҙмәт итә. 1944 йылдың 22 июнендә бер нисә тапҡыр (22 июль, 29 август, 24 ноябрь) батырлыҡ күрһәткән өсөн «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була[2]. 1944 йылда демобилизациялана. Вафатына тиклем Баймаҡ районында етәксе вазифаларын биләй: райком инструкторы, «Комсомол» колхозы рәйесе, уҡытыусы[1].
1949 йылдың 19 декабрендә вафат була, Баймаҡ районы Таулыҡай ауылында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)[2]
Хәтер
Имелбаев Дауыт Аздархан улының исеме Баймаҡ районының электрон Хәтер китабына индерелгән
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- ИМЕЛЬБАЕВ Даут Аздарханович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Имельбаев Даут Аздарханович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)