Ингуш дәүләт университеты

Ингуш дәүләт университеты (ИнгГУ) (ингуш. Гlалгlай паччахьалкхен университет) — Рәсәй Федерацияһының иң йәш университеттарының береһе, Ингуш Республикаһының төп университеты. 1994 йылда асыла.

Тарихы

1994 йылдың 23 апрелендә Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 380-се ҡарарына ярашлы Ингуш дәүләт университеты нигеҙләнә, уның ойоштороусыһы булып Рәсәй Федерацияһының Юғары белем биреү буйынса дәүләт комитеты тора[1][2].

1994 йылдың сентябрендә университет эшләй башлай һәм Орджоникидзе станицаһында Ставрополье осоусылар училищеһының элекке казармалары бинаһында урынлаша.

2012 йылдың 29 декабрендә Ингуш дәүләт университетының спорт комплексы территорияһындабассейн асыла.

Университетта 508 уҡытыусы уҡыта, шул иҫәптән 53 профессор — фән докторы, 275 доцент — фән кандидаты, шуларҙың 26-һы «Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең почетлы хеҙмәткәре» исеменә лайыҡ. Улар 22 йүнәлеш буйынса — белгестәр, 17 йүнәлеш буйынса — бакалаврҙар, 9 йүнәлеш буйынса — магистрҙар, 10 йүнәлеш буйынса — аспиранттар, 12 йүнәлеш буйынса — интернаттар һәм 8 йүнәлеш буйынса ординаттар әҙерләй. Студенттарҙың дөйөм һаны 10 меңдән ашыу тәшкил итә.

Факультеттар һәм кафедралар

Структураһы

Ингуш дәүләт университет комплексына:

  • 8 корпус:
    • 106 аудитория;
    • 31 лаборатория;
    • 27 лекция залы;
    • 17 компьютер класы;
    • лингафон-дидактика класы.
  • 4 уҡыу залы булған китапхана;
  • Рәсәйҙең һәм донъяның алджынғы каталогтарына алып сыҡҡан электрон китапхана;
  • спорт залы;
  • 3 стадион;
  • бассейн;
  • фатир төрөндәге ятаҡ инә.

Галерея

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Чечен дәүләт университеты

Иҫкәрмәләр

  1. Республика Ингушетия. Хроника становления 1991—2002 гг. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2013. Архивировано 13 ғинуар 2017 года.
  2. Постановление Правительства РФ от 23 апреля 1994 г. N 380 «Об Ингушском государственном университете». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 11 июнь 2013. Архивировано 27 декабрь 2016 года.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә