Ириков Николай Романович
Николай Романович И́риков (1921 йылдың 1 июле, Үрге Ҡаҙарма, Ырымбур губернаһы — 1943 йылдың 16 марты, Тетлега[d], Харьков өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, танк командиры, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң). 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы.[1]
Биографияһы
Ириков Николай Романович 1921 йылдың 1 июлендә Автономилы Башҡорт Совет Республикаһының Үҫәргән кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районы) Үрге Ҡаҙарма ауылында тыуған. Милләте буйынса сыуаш. Урта мәктәптә 7 класс һәм Йылайыр педагогия училищеһын тамамлаған.[[2]]
1940 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына саҡырыла, танк мәктәбен тамамлай. 1942 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында, Сталинград, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында һуғыша.
Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 3-сө гвардия армияһы 2-се танк корпусы 169-сы танк бригадаһының 371-се айырым танк батальонында танк командиры булып хеҙмәт иткән ваҡытта батырлыҡ күрһәтә.
1943 йылдың 16 мартында Харьков өлкәһенең Таш Яругаһы ауылы янында кесе лейтенант Ириков айырыуса батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә. Ул үҙенең танкыһы менән дошман танкыларына һәм пехотаһына һәләкәтле ут аса, дошмандың бер нисә тапҡыр өҫтөн булған көстәренең алға барыуын тотҡарлай. Ауыр яраланғас та үҙ посын ҡалдырмай, дошман пехотаһын һәм техникаһын юҡ итеүен дауам итә. Ипт. Ириков орудиенан ут менән дошмандың 4 танкын һәм пехота взводын ҡыйрата. Танкыһына дошман снаряды икенсе тапҡыр эләгеүе арҡаһында ул һәләк була. Элек Сталинград фронтында ипт. Ириков Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.
16 марта 1943 г. в районе дер. Каменная Яруга Харьковской области младший лейтенант Ириков проявил исключительный героизм, мужество и отвагу. Он своим танком вел губительный огонь по вражеским танкам и пехоте, задержал продвижение в несколько раз превосходящие силы противника. Будучи тяжело ранен не покидал своего поста, продолжая уничтожать вражескую пехоту и технику. Тов. Ириков огнем из орудия подбил 4 вражеских танка и до взвода пехоты. Вторым попаданием вражеского снаряда он был убит. Ранее на Сталинградском фронте тов. Ириков награжден орденом Красного Знамени.
Николай Ириков 1943 йылдың 17 мартында һәләк була. [3][4][5]. Харьков өлкәһе Чугуевский районының Тетлега ауылында ерләнгән.
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге «Ҡыҙыл Армияның етәксе һәм рядовой составына Советтар Союзы Геройы исемен биреү тураһында» указы менән «немец илбаҫарҙары менән һуғыш фронтында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы Һәм ҡаһарманлығы өсөн» үлгәндән Һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[6].
Наградалары
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (19.06.1943)[7]
- Ленин ордены (19.06.1943)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1942)
Хәтер
- Йылайыр урта мәктәбенә Советтар Союзы Геройы Николай Ириков исеме бирелгән;
- Мәктәп бинаһына мемориал таҡтаташ ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
- ↑ И.Г.Каримова. Ириков Николай Романович // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Герои страны. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 август 2008. Архивировано 7 июль 2006 года.
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «О присвоении звания Героя Советского Союза начальствующему и рядовому составу Красной Армии» от 19 июня 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 23 июнь (№ 23 (229)). — С. 3. Архивировано 4 декабрь 2021 года.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525/793756, д. 32/19, л. 19, 457, 458)
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Ириков Николай Романович (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- Международный патриотический интернет-проект «Герои страны». Ириков Николай Романович (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).
- Проект Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Ириков Николай Романович (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2026).