Исламов Зикаф Исламғәли улы

Зикаф Исламғәли улы Исламов (рус. Зикаф Исламгалеевич Исламов; 1944 йылдың 9 декабре, Яңы Нуғай, Башҡорт АССР-ы) — спортсы, педагог, йәмәғәтсе. 1968—2013 йылдарҙа Краснокама районы Яңы Нуғай мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1991—2013 йылдарҙа — мәктәп директоры. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979), «Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы уҡытыусылары» конкурсы еңеүсеһе (2008), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).

Биографияһы

Исламов Зикаф Исләмғәли улы 1944 йылдың 9 декабрендә Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Яңы Нуғай ауылында тыуған.

Юғары белемле: 1973 йылда хәҙерге Удмурт дәүләт университетын «физик культура уҡытыусыһы» һөнәре буйынса тамамлаған.

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1962 йылдың октябрендә Краснокама районы Арлан урта мәктәбенең өлкән пионер вожатыйы булып башлай. 1963 йылдың авгусынан — ошо мәктәптең физик культура уҡытыусыһы.

1964 йылдың ноябренән 1966 йылдың майынаса саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була.

1966 йылдың авгусынан — Арлан урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы.

1968 йылдың авгусынан — Яңы Нуғай урта мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы.

1991 йылдың авгусы — 2013 йылдың авгусы — Яңы Нуғай урта мәктәбе директоры һәм бер үк ваҡытта физик культура уҡытыусыһы.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғаиләһе

  • 2019 йылда Зикаф Исламғәли улы ҡатыны Сәғҙәнә Мәхийән ҡыҙы менән бергә ғүмер итеүҙәренең 50 йыллығын билдәләй, бер нисә йыл алда улар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Исламовтар ике ҡыҙ үҫтергән[2].

Иҫкәрмәләр

  1. ↑ Исламов Зикаф Исламгалеевич. Сайт «Награды России» (27 ғинуар 2003). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 3 март 2026. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026)
  2. ↑ Чествование юбиляров супружеской жизни в канун Дня Семьи, Любви и Верности. Сайт Новости (8 июль 2019). (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 март 2026)

Һылтанмалар