Исламов
Исламов — башҡорт, татар һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа таралған фамилия.
- Исламов Динис Фәтхи улы (1921—1973) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, хәрби ордендар кавалеры.
- Исламов Зикаф Исламғәли улы (9.12.1944), педагог. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм Башҡорт АССР-ының (1985) атҡаҙанған уҡытыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986).
- Исламов Илдар Лоҡман улы (29.01.1957) — педагог, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы (1995).
- Исламов Рәмил Фәнәүи улы (14.09.1958) — филология фәндәре докторы.
- Исламов Фәнүс Ямур улы (12.04.1934) — Почёт Билдәһе ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнгән хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1984), РСФСР-ҙың нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (1991).
- Исламов Дәүләт Шайморат улы (1935—1991) ― совет мари шағиры, тәржемәсе, журналист, 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Марий Эл гимнының мари телендәге тексы авторы (1991).
- Исламова Лилиә Иҙрис ҡыҙы (18.03.1954), нефролог-табип. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы һәм һаулыҡ һаҡлау отличнигы.
- Исламова София Ғиззәт ҡыҙы (26.07.1948) — зоотехник. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2004), профессор.
- Исламова Фәһимә Ғәббәс ҡыҙы (19.12.1925) — Башҡортостандың мәғариф эшмәкәре, ғалим-методист, педагогия фәндәре кандидаты.