Исламов Дәүләт Шайморат улы
Исламов Дәүләт Шайморат улы (рус. Исламов, Давлет Шаймуратович, псевдонимдары ― И. Пайгелдин, И. Дубкин, Дәүләт Пайгул; 1935 йылдың 18 октябре, Яңы Байгилде, Башҡорт АССР-ы — 1991 йылдың 7 сентябре, Йошкар-Ола, Марий АССР-ы[d]) ― совет мари шағиры, тәржемәсе, журналист, 1977 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Марий Эл гимнының мари телендәге тексы авторы (1991).
Биографияһы
1935 йылдың 18 октябрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Шаран районындағы Яңы Байгилде ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1952 йылда тыуған районының Аҡбарыҫ урта мәктәбен тамамлай, колхозда эшләй, һуңынан комсомол путёвкаһы буйынса Башҡорт АССР-ының Октябрьский ҡалаһына китә[1].
1954―1957 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә[1].
1961 йылда Ҡазан индустриаль техникумын тамамлай, шунан һуң Мари АССР-ына килә, унда Волжск төҙөлөш училищеһында ― производствоға өйрәтеү мастеры, һуңынан Йошкар-Ола ҡалаһындағы кирбес заводында инженер булып эшләй[1].
1967 йылда Йошкар-Олала журналист эшенә күсә: тәржемәсе, хәбәрсе, яуаплы секретарь урынбаҫары, Мари АССР-ының «Марий коммуна» республика гәзите редакцияһының мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире була[1].
1972 йылда ситтән тороп А. М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай[1].
Вафаты алдынан «Ончыко» журналының әҙәби хеҙмәткәре булып эшләй[1].
1991 йылдың 7 сентябрендә ҡапыл вафат була. Йошкар-Оланың Турунов зыяратында ерләнә[1].
Ижады
Үҙенең тәүге шиғырҙарын 1961 йылда баҫтырып сығара. Шул ваҡыттан алып уның шиғырҙары даими рәүештә «Волжская правда», «Рвезе коммунист» («Йәш коммунист»), «Марий коммуна» гәзиттәре, 1963 йылдан «Ончыко» журналы биттәрендә баҫыла. 1968 йылда «Яндар юж» («Таҙа һауа») исемле тәүге китабы нәшер ителә[2].
Балалар өсөн китаптар авторы. Уның «Унға тиклем» (1969) йыйынтығы мари теленең тау һәм ялан һөйләштәрендә һәм рус телендә ҡабаттан нәшерләнә[2][3].
Артабан уның «Мланде» («Ер»), «Новоселье» һәм «Кечывöрдем» («Төш ваҡыты») шиғри китаптары донъя күрә[2]. Был йыйынтыҡтарҙағы күп шиғырҙары һуғыш, шағирҙың һуғыш осорондағы бала сағы темаларына арналған[4].
1977 йылда СССР Яҙыусылар союзына ағза итеп алына[2].
Марий Эл Республикаһы гимнының мари тексы авторы булараҡ билдәле (рус тексы авторы — В. Панов), гимн 1992 йылда, шағир үлгәндән һуң, раҫлана[5][6][7].
Тәржемә эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә: М. Исаковский, И. Крылов, А. Мосунов, С. Макаров, Ғ. Туҡай, М. Йәлил, М. Хөсәйен, С. Ҡудаш, А. Шогенцуков, В. Радаев, А. Патейкин, Ле Тхо Лан һәм башҡаларҙың әҫәрҙәрен туған теленә тәржемә итә. Үҙ сиратында, уның шиғырҙары украин, белорус, татар, башҡорт, сыуаш, удмурт, ҡабарҙы телдәренә тәржемә ителгән[2].
Ижади псевдонимдары ― И. Пайгельдин, И. Дубкин, Дәүләт Пайгул[2].
Төп әҫәрҙәре
Мари телендәге һәм рус теленә тәржемә ителгән төп әҫәрҙәре исемлеге[1]:
Мари телендә
- Яндар юж: почеламут-влак [Таҙа һауа: шиғырҙар]. ― Йошкар-Ола, 1968. ― 40 с.
- Лу марте: почеламут-влак [Унға тиклем: шиғырҙар]. ― Йошкар-Ола, 1969. ― 16 с.
- Мланде: поэма ден почеламут-влак [Ер: поэма һәм шиғырҙар]. ― Йошкар-Ола, 1977. ― 96 с.
- Коршангге име: мыскара почеламут-влак // Пÿсö умдо. ― Йошкар-Ола, 1982. ― С. 115―116.
- Кум шочмо кече; Мланде; Шошо: почеламут-влак // Эрвий. ― 1987. ― С. 35.
- Тирыште: ойлымаш // Пионер йÿк. ― 1987. ― № 2. ― С. 6.
- Кечывöрдем: почеламут, муро, басня [Төш ваҡыты: шиғырҙар, йырҙар, мәҫәл]. ― Йошкар-Ола, 1988. ― 104 с.
- Лу марте. Лу якте: почеламут-влак [Унға тиклем: шиғырҙар]. ― Йошкар-Ола, 1991. ― 32 с.
- Омса кыл; Луман ужга йымалне; Шерге модыш; Малаш жап; Ер воктене: почеламут-влак // Ончыко. ― 1993. ― № 5. ― С. 171―176.
- Вÿд ÿмбалне; Йÿр деч вара: почеламут-влак // Ончыко. ― 1994. ― № 4. ― С. 150—151.
Рус теленә тәржемәлә
- До десяти: стихи / пер. Б. И. Шуплецова. ― Йошкар-Ола, 1972. ― 24 с.
- Короткие басни / пер. И. Законова // Юмор мари. ― Йошкар-Ола, 1979. ― С. 102―105.
- Новоселье: стихи, поэмы / пер. А. Мосунова. ― Йошкар-Ола, 1980. ― 64 с.
- Всегда в дорогу, словно по уставу…; Я — строитель; Вспоминаю о лете: стихи / пер. А. Мосунова // Между Волгой и Уралом. ― Саранск, 1982. ― С. 102―103.
- В пути; Лишь тогда расцветают цветы…; Осень // Братство песенных сердец: стихи / пер. В. Панова. ― Йошкар-Ола, 1990. ― С. 62―63.
Хәтер
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 Давлет Исламов. mari-lab.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026. Архивировано 23 август 2022 года.
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Исламов Давлет (Исламов Давлетша Шаймуратович). calendar.somb.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.
- ↑ Давлет Исламов, В. Я. Арапов. До десяти: Стихи: Для детей. — Йошкар-Ола: Марийское кн. изд-во, 1991. — 32 с. — ISBN 978-5-7590-0188-1. Архивировано 23 август 2022 года.
- ↑ Тема войны в лирике Давлета Исламова. nsportal.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.
- ↑ Гимн Республики Марий Эл. Архивировано 22 август 2022 года.
- ↑ Государственный гимн Республики Марий Эл - Mari-el.name - Марий Эл увер, статьи, город Йошкар-Ола, марийские шрифты. mari-el.name. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026. Архивировано 29 март 2019 года.
- ↑ 1 2 Уроженец Башкирии Давлет Исламов подарил гимн Республике Марий Эл. bashinform.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026.
- ↑ 85-летие Давлета Исламова 2020, Шаранский район. Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 апрель 2026. Архивировано 23 август 2022 года.
Әҙәбиәт
- Беспалова Г. Е., Васин К. К., Зайниев Г. З. Д. Исламов // Писатели Марийской АССР: биобиблиографический справочник / Отв. А. В. Селин. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 1988. — С. 109—111. — 376 с. — 5000 экз.
- Селин А. Огеш лий орлык // Пöлек вашмут. ― Йошкар-Ола, 1995. ― С. 111.
- Селин А. Марий гимным возышо // Ончыко. ― 1995. ― № 9. ― С. 146—150.
- Николаев С. Чапмурышко ошкыл // Марий Эл. ― 2000. ― 18 октября.
- Шаран вел мурызо // Ончыко. ― 2000. ― № 9. ― С. 159―162.
- Зайниев Г. «Мландым сакле тый, шÿмем!» // Эрвел памаш. ― Йошкар-Ола, 2001. ― С. 196―221.
- Поэт Давлет Исламовлан тений 18 октябрьыште 70 ий темеш ыле… // Ончыко. ― 2005. ― № 9. ― С. 115―118.
- Зайниев Г. Тыге шочын Марий Элын гимнже // Марий Эл. ― 2005. ― 18 октября.
- Исламов Давлет (Давлетша) Шаймуратович // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2007. — С. 154-155. — 2032 экз. — ISBN 5-87898-357-0.
- Давлет Исламов // Писатели Марий Эл: биобиблиографический справочник / Сост. А. Васинкин, В. Абукаев и др. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2008. — С. 295—297. — 752 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-7590-0966-5.
- Зайниев Г. З. Исламов Давлет (Давлетша) Шаймуратович // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — 2-е изд. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2017. — С. 181. — 606 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-905314-35-3.
- Исламов Давлет Шаймуратович // Писатели Марий Эл: биобиблиографический справочник / Сост. Г. Сабанцев, Ю. Соловьёв и др. — Йошкар-Ола: Марийское книжное издательство, 2020. — С. 145—147. — 423 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-7590-1285-6.