Исхаҡов Нур Мөхәммәт улы
Исхаҡов Нур Мөхәммәт улы (1900 йыл — 20 март 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, атыусы.
Биографияһы
Нур Мөхәммәт улы Исхаҡов 1900 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районында (ауылы билдәһеҙ)[1] тыуған. Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында атыусы булараҡ хеҙмәт итә, рядовой. 1943 йылдың 18 февралендә яу яланынан күп һанлы ярсыҡтар менән уң тубығы һәм янбашы яраланған яугир ЭГ 3434-се госпиталенә эләгә. Шул уҡ йылдың 20 мартында алған йәрәхәттәрҙән һәм сепсистан һәләк була[2]. Украина ССР-ы, Ворошиловоград өлкәһендәге Түбәнге Дуванка ауылы зыяратында 6-сы туғанлыҡ ҡәберлегендә ерләнә. Госпиталдә тултырған документтар буйынса уның ҡатыны Исхаҡова Елена Ивановна Баймаҡ районының бер совхозында (исеме уҡылмай) йәшәгән[2].
Хәтер
Исхаҡов Нур Мөхәмәт улы тураһындағы мәғлүмәт Украина Хәтер китабына[3] һәм Башҡортостандың Баймаҡ районы Хәтер китабына[4] индерелгән.
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- Чтобы помнили 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.