Ишембәтов Вәдүт Харрас улы

Ишембәтов Вәдүт Харрас улы (10 май 1915 йыл — 13 апрель 1985 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабында өлкән телеграфист, һуңынан отделение командиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры[1].

Биографияһы

Вәдүт Харрас улы Ишембәтов 1915 йылдың 10 майында Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе (хәҙер Башҡортостандың Баймаҡ районы) Ярат ауыл Советына ҡараған Ғәбсәләм ауылында тыуған[1]. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы штабында өлкән телеграфист булып хеҙмәт итә, һуңынан отделение командиры була[1]. 1945 йылда тыуған яҡтарына ҡайта[2]. Юлыҡ ауылында тракторист-машинист булып эшләй[1].

1985 йылдың 13 апрелендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[1]
  • «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән өсөн» миҙалы