Ишмаев Зиннәт Нәби улы
Ишмаев Зиннәт Нәби улы (рус. Ишмаев Зиннат Набиевич; 11 сентябрь 1919 йыл — 1973 йыл) — журналист. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1960-1965 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» республика гәзитенең яуаплы секретары, бүлек мөдире. РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры.
Биографияһы
Зиннәт Нәби улы Ишмаев 1919 йылдың 11 сентябрендә Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең Абрай улысы[1] Өйҙөрәкбаш ауылында тыуған[2].
Юғары белемле: 1948 йылда Свердловск өлкә-ара ике йыллыҡ партия мәктәбен һәм 1956 йылда — К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
1936 йылдан Шишмә районының «Сталинсы» һәм Благовар районының «Сталин юлы» гәзиттәрендә секретарь булып эшләй.
1937 йылдан — «Коммунар» республика гәзитенең әҙәби хеҙмәткәре.
1939 йылда Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. 1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, 1942 йылдан Суворов исемендәге 2-се Минск Ҡыҙыл партизандар бригадаһында разведчик, шартлатыусылар төркөмө командиры, радист, комиссарҙың адьютанты була.
1944 йылдан «Ҡыҙыл таң» гәзите хеҙмәткәре.
Журналистика ветераны 1973 йылда вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Благовар районы
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. — ISBN 5-98755-015-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 февраль 2025)
Һылтанмалар
• Благоварская земля: годы и люди. — Уфа: Восточная печать, 2005. — 352 с. — ISBN 5-98755-015-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 5 февраль 2025)