Калиев Юрий Алексеевич

Юрий Алексеевич Калиев (рус. Калиев Юрий Алексеевич1957 йылдың 16 ғинуары, Сабыҡ ауылы, Мишкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР2014 йылдың 23 апреле, Бөрө ҡалаһы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — Рёсёй ғалим-философ. Философия фәндәре докторы (2004), профессор (2006)[1].

Биографияһы

Юрий Алексеевич Калиев 1957 йылдың 16 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Сабыҡ ауылында тыуған. 1972 йылда Сабыҡ һигеҙ йыллыҡ мәктәбен, 1974 йылда — Мишкә урта мәктәбен тамамлай. 1975—1977 йылдарҙа Алыҫ Көнсығышта Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә. 1978—1983 йылдарҙа — Мари дәүләт университетының тарих-филология факультеты студенты. 1983 йылда университетты тамамлағандан һуң Н. К. Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институтының КПСС тарихы кафедраһына ассистент итеп саҡырыла.

1986 йылда Н. К. Крупская исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтының философия кафедраһына күсерелә. 1986 йылда В. И. Ленин исемендәге Мәскәү педагогия институты аспирантураһына уҡырға инә. 1989 йылдың октябрендә «Основной социологический закон и его значение в развитии общества» темаһына диссертация яҡлай һәм «философия фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжәгә эйә була[2].

1989 йылдың ноябрендә Н.Крупская исемендәге Мари дәүләт педагогия институтының философия кафедраһында өлкән уҡытыусы булып эшләй башлай, мәҙәниәт һәм эстетик тәрбиә кафедраһы доценты, 1995 йылдың декабренән философия кафедраһы доценты вазифаһына тәғәйенләнә.

1994 йылда «Мари халҡының мифологияһы» очеркы өсөн «Ончыко» журналы премияһы лауреаты тигән маҡтаулы исем бирелә. 1996 йылда Сорос премияһы лауреаты була. 2001 йылдың ноябре Мари Иле Республикаһының милли мәғариф системаһын үҫтереүгә тос өлөш индергәне өсөн Мари Иле Мәғариф министрлығының почет грамотаһы менән бүләкләнә. 2003 йылдың 26 майында Мари Иле Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән наградлана[2].

2003 йылда Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының философия һәм социология кафедраһы мөдире вазифаһына күсерелә. 2004 йылдың 5 июнендә философия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеп «Этнокультурный статус мифологического сознания: генезис, функционирование и эволюция традиционного мировосприятия мари» темаһына диссертация яҡлай.

2004 йылдың 16 июнендә конкурс буйынса Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһының философия һәм социология кафедраһы мөдире вазифаһына һайлана. 2005 йылдың мартында философия фәндәре докторы ғилми дәрәжәһенә эйә була, 2005 йылдың июнендә конкурс буйынса Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалы социаль-гуманитар фәндәр кафедраһы профессоры вазифаһына һайлана. 2010 йылдың декабре милли мәғариф үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн Марий Иле Республикаһынан «Йыван Кырлы» миҙалы менән билдәләнә[2][3].

2014 йылдың 23 апрелендә вафат була.

Фәнни эшмәкәрлеге

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе: миф философияһы һәм мәжүсилек философияһы; һуңғы йылдарҙа философик белем һәм мәғлүмәт теорияһы үҙенсәлектәре проблемалары менән шөғөлләнә; 250-нән ашыу эш, шул иҫәптән 6 монография һәм уҡыу әсбабы авторы, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнгән[1].

Хеҙмәттәре

  • Этнокультурный статус мифологического сознания: генезис, функционирование и эволюция традиционного мировосприятия (на примере марийской мифологии). Өфө, 2004;
  • Мифология. Язычество. Литература. Йошкар-Ола, 2005;
  • Астральная картина мира мари. Өфө, 2013.

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары

  • «Ончыко» журналы премияһы лауреаты (1994),
  • Сорос премияһы лауреаты (1996),
  • Мари Иле Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы (2001),
  • Мари Иле Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (2003),
  • Марий Иле Республикаһынан «Йыван Кырлы» миҙалы (2010),
  • Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы,
  • «Билдәле ғалимдар» энциклопедияһында ҡатнашыусы сертификаты.

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Калиев Юрий Алексеевич. Энциклопедия Известные учёные. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2026.
  2. 1 2 3 Калиев Юрий Алексеевич. Большая российская энциклопедия. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2026.
  3. В Марий Эл и Башкортостане помянули марийского философа. MariUver. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июнь 2026.

Литература

  • Масалимов Рияз, Мочаев В. А. Калиев Юрий Алексеевич // Марийская биографическая энциклопедия / Авт.-сост. В. А. Мочаев. — 2-е изд. — Йошкар-Ола: Марийский биографический центр, 2017. — С. 188. — 606 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-905314-35-3.