МСК+9

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте

МСК+9, Мәскәү ваҡыты плюс 9 сәғәт — Рәсәйҙең 11-се сәғәт бүлкәте ваҡыты, UTC+12-гә тап килә.[1]. 2000-се йылдарҙан рәсми булмаған «Камчатка ваҡыты» атамаһы менән дә йөрөтөлә[* 1].

Был ваҡыт менән Камчатка крайы һәм Чукот автономиялы округы файҙалана.

Рәсәй территорияһында Мәскәү ваҡытынан 9 сәғәткә алдараҡ булған ваҡыт (МСК+9[* 2]), илдә халыҡ-ара сәғәт бүлкәттәре системаһы индерелгәндән һуң, 1919—1924 йылдарҙа ҡулланыла башлай[2].

1982 йылда МСК+9 ваҡыты Чукотка автономиялы округының көнсығыш райондарында ла ҡулланыла башлай, унда быға тиклем МСК+10 (UTC+13) ваҡыты ҡулланыла.

2009—2010 йылдарҙа президент Медведев тарафынан Рәсәйҙә сәғәт зоналары һанын ҡыҫҡартыу буйынса кампания ойошторола[3]. 2010 йылдың мартында МСК+9 зонаһы бөтөрөлә һәм Камчатка крайы һәм Чукот автономиялы округы МСК+8 зонаһына күсерелә. 2010 йылдың ноябрендә был төбәктәрҙең урындағы власть органдары, президенттың сәғәт бүлкәттәре һанын ҡыҫҡартыу буйынса инициативаһын хуплап, Рәсәй хөкүмәтенә сәғәттәрҙе тағы ла 1 сәғәткә — Мәскәү+7 ваҡытына алмаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә. Был урындағы халыҡтың ҡырҡа ризаһыҙлығын тыуҙыра, атап әйткәндә, Петропавловск-Камчатскийҙа. Унда 2010 йылдың декабрендә һәм 2011 йылдың ғинуарында митингылар үтә[4][5][6]. МСК+9 сәғәт зонаһы 2014 йылда тергеҙелә.

МСК+9 ваҡыты UTC-ҡа ҡарата[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Күрһәтелгән көндән башлап:

  • 02.05.1924 — UTC+11;
  • 21.06.1930 — UTC+12;
  • 01.04.1981 — UTC+13 (йәйге), UTC+12 («ҡышҡы»);
  • 31.03.1991 — UTC+12 (йәйге), UTC+11 («ҡышҡы»);
  • 19.01.1992 — UTC+12;
  • 29.03.1992 — UTC+13 (йәйге), UTC+12 («ҡышҡы»);
  • 28.03.2010 — МСК+9 ваҡыты ҡулланылмай;
  • 26.10.2014 алып — UTC+12.

МСК+9 ваҡыты региондарҙа[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Был йылға ҡарата йәки күрһәтелгән теүәл көндән башлап, ҡыҫҡаса төбәктең административ үҙәге күрһәтелгән (2015 йылға административ-территориаль бүленеш буйынса):

  • 1969 — Петропавловск-Камчатский, шулай уҡ Чукот милли округының көнбайыш өлөшө[7].
  • 01.04.1982 — Анадырь, Петропавловск-Камчатский.
  • 28.03.2010 — МСК+9 ваҡыты ҡулланылмай.
  • 26.10.2014 алып — Анадырь, Петропавловск-Камчатский.
Комментарийҙар
  1. Происхождение и точная дата появления названия не установлены.
  2. Такое сокращённое обозначение часовой зоны или действующего времени в ней применяется с 2014 года в законе «Об исчислении времени»[1].
Сығанаҡтар
  1. 1 2 Федеральный закон от 03.06.2011 N 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5. Дата обращения: 1 июнь 2016. Архивировано 30 сентябрь 2018 года.
  2. Декрет СНК РСФСР от 8 февраля 1919 года «О введении счёта времени по международной системе часовых поясов». Дата обращения: 25 июль 2020. Архивировано 28 ноябрь 2018 года.
  3. Гонка за стрелками. www.kommersant.ru (24 ғинуар 2011). Дата обращения: 10 декабрь 2020. Архивировано 28 март 2022 года.
  4. Камчатка выходит из сумрака. Газета.Ru. Дата обращения: 15 июль 2019. Архивировано 15 июль 2019 года.
  5. Митинг против сокращения часовых поясов. 15 июль 2019 тикшерелгән.
  6. Сотни жителей Камчатки вышли на митинг за возвращение 9-часовой разницы во времени с Москвой. NEWSru.com (29 ғинуар 2011). Дата обращения: 15 июль 2019. Архивировано 15 июль 2019 года.
  7. Атлас СССР, М., ГУГК, 1969.