Кейекбирҙин Зәйнулла Ғәлләм улы
Кейекбирҙин Зәйнулла Ғәлләм улы (рус. Каикбердин Зайнулла Галлямович) (5 ғинуар 1925 йыл — 23 февраль 1995 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия рядовойы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 58-се гвардия кавалерия полкының 2-се эскадроны яугиры[1]. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры[1].
Биографияһы
Зәйнулла Ғәлләм улы Кейекбирҙин 1925 йылдың 5 ғинуарында Башҡортостандың Баймаҡ районы Йылым ауылында тыуған[1]. 1943 йылда 18-йәшлек Зәйнулла Кейекбирҙин Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се кавалерия полкы 2-се эскадронында, 1945 йылдан Әзербайжан ССР-ындағы Нахичевань ҡалаһында хеҙмәт итә[1].
Яу яланында ятып ҡалған һәм иҫән ҡайтҡан Баймаҡ яугирҙары тураһында төплө мәғлүмәттәр йыйған, тыуған яҡты өйрәнеүсе Ғәле Фәхретдинов (Бөйөк Еңеүгә арналған китабы нәшер итеүгә әҙерләнә) бәйән итеүенсә, Зәйнулла Ғәлләметдин улы һуғыш ваҡытында Таһир Күсимов полкының Бәҙри Мәмбәтҡолов эскадронында хеҙмәт итә. Еңеү көнөн Польшаның баш ҡалаһы Варшавала ҡаршылай. 1945 йылда тыуған яҡтарына ҡайта[2]. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа Ишбирҙе урман хужалығында (Баймаҡ районы) эшләй[1].
1995 йылдың 23 апрелендә вафат була, тыуған ауылы Йылымда ерләнә[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[1]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
- КАИКБЕРДИН Зайнулла Галлямович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Кавалеристы Баймакского района 112(16) гвардейской Башкирской кавалерийской дивизии, призванные Баймакским РВК 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.