Кинйәкәев Шамил Кәлимулла улы
Шамил Кәлимулла улы Кинйәкәев (рус. Шами́ль Калимуллович Кинзике́ев; 1951 йылдың 15 марты, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР) — СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең цирк артисы, акробат, эквилибрист. 1969—1993 йылдарҙа Өфө дәүләт циркының Башҡорт циркы коллективы, 1993—2013 йылдарҙа — Рәсәй дәүләт цирк компанияһы (Мәскәү) акробаты. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997), Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2008)[1].
Биографияһы
Кинйәкәев Шамил Кәлимулла улы 1951 йылдың 15 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) баш ҡалаһы Өфөлә тыуған[1].
1973 йылда Өфө дәүләт циркының Башҡорт цирк студияһын тамамлай. 1969 йылдан алып Өфө дәүләт циркының Башҡорт циркы коллективында тамашалар һәм репетициялар ваҡытында манежды (аренаны) хеҙмәтләндергән, берҙәм форма кейемендә булған хеҙмәткәр — униформист, 1973 йылдан — акробат, 1993 йылдан 2013 йылға тиклем Мәскәүҙәге Рәсәй дәүләт цирк компанияһының төрлө программаларында акробат (рус.)баш. булып эшләй[1].
Шамил Кинйәкәев циркта «Юғарыға сөйә торған таҡталар менән һикереүсе акробаттар» номерында эшләй. Шамил Кәлимулла улы — «Ҡулсалы эквилибристар» (1990 йылдан алып — «Ҡулсалы перштарҙағы эквилибристар») номерын уйлап табыусы һәм үҙе үк был номерҙы башҡарыуҙа ҡатнашыусы. Был номерҙа ул Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Т. Ю. Казакова менән сығыш яһай[1].
Гастролдәр менән Рәсәй һәм сит илдәр буйлап (Австрия, Норвегия, Франция, Швеция, Япония) йөрөй[1].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1990);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1997)[2];
- Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены (2008)[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Кинйәкәев Шамил Кәлимулла улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (2 ноябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (баш.)
- ↑ Указ Президента Республики Башкортостан «О присвоении почетного звания "Народный артист Республики Башкортостан" Кинзикееву Ш. К.» Электронный фонд актуальных правовых и нормативно-технических документов (10 ноябрь 1996). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)
- ↑ Указ Президента Республики Башкортостан от 9 сентября 2008 г. N УП-460 «О награждении орденом Дружбы народов Кинзикеева Ш. К.» ЭПС Система ГАРАНТ (9 сентябрь 2008). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 апрель 2026. (рус.)