Колышев Таис Ғөбәй улы
Тыуған көнө | 1925 |
---|---|
Гражданлығы | |
Заты | ир-ат |
Тыуған урыны | |
Һөнәр төрө | археолог |
Колышев Таис Ғөбәй улы (12 май 1925 йыл) — хеҙмәт ветераны, йәмәғәтсе, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1982 йылдарҙа Салауат ҡалаһының баш архитекторы урынбаҫары — геодезия хеҙмәте начальнигы; 1982—1995 йылдарҙа РСФСР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Салауаттағы «Роскоммунзапчасть» базаһы директоры; 1998—2005 йылдарҙа ҡаланың Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары, 2006—2016 йылдарҙа Салауат ҡалаһының Уҙамандар советы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры, Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2005).
Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Таис Ғөбәй улы Колышев 1925 йылдың 12 майында Ырымбур өлкәһенең Переволоцк районы Рычковка ауылында тыуған.
1943 йылдан 1951 йылға тиклем Совет Армияһында хеҙмәт итә.
1943 йылдың авгусынан 1945 йылдың 9 майына тиклем Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында.
Хеҙмәт юлы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1951 йылда Армиянан демобилизациялана.
1951—1965 йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Павлов һәм Шарлыҡ райондары башҡарма комитеттары структураларында өлкән землеустроитель вазифаһында хеҙмәт итә.
1965—1982 йылдарҙа Салауат ҡалаһының башҡарма комитеты составында, ҡала баш архитекторының урынбаҫары — геодезия хеҙмәте начальнигы.
1982—1995 йылдарҙа РСФСР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының Салауаттағы «Роскоммунзапчасть» базаһы директоры. Был вазифаға ул, БАССР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығы тәҡдиме менән, Салауат ҡала башҡарма комитеты ҡарары сығарылғандан һуң, тәғәйенләнә.
Т. Г. Колышев, ҡала баш архитекторы урынбаҫары булып эшләгән осорҙа үтәлә торған генерал планды тормошҡа ашыра барыусы геодезик хеҙмәт барлыҡҡа килтерә.
Баш архитектор бүлеге проекттары буйынса ҡала фатирҙарында һәм микрорайондарында, ял итеү урындарында кесе архитектур формалар ҡуйыла, спорт майҙансыҡтары төҙөлә. Йәшелсә-емеш баҡсалары, шәхси транспорт өсөн гараж урындары һ. б. билдәләнә.
1970-се йылдарҙа, Таис Гөбәй улының әүҙем ҡатнашлығында Салауат ҡалаһы торлаҡ-коммуналь предприятиеларында планлаштырыуҙың һәм иҡтисади дәртләндереүҙең стимулирование яңы системаһы индерелә, предприятиелар тулы хужалыҡ иҫәбенә күсерелә. Был торлаҡ-коммуналь хужалығы предприятиеларында төрлө фондтар булдырыу мөмкинлеген бирә, һәм был ысул төп фондты ла яңыртыуға килтергән. Үҙҙәренең оҫтаханалары, гараждары, келәт һәм идара-көнкүреш биналары булған яңы производство биналары төҙөлә.
Был йылдарҙа Т. Г. Колышев башланғысы менән инициатива яңы предприятие — теплица-парник хужалыҡлы юл-йәшеллек булдырыу йүнәлешендә эшләүсе РСУ барлыҡҡа килә, ҡаланы йәшелләндереүҙе йылдамландырыруға килтергән үҙ урман питомнигы булдырыла.
Коммуналь хужалыҡ составына трамвай идаралығы индерелә.
Торлаҡ-коммуналь предприятиелары аҡсаһына Нөгөштә пионер лагеры, торлаҡ төҙөлә.
Таис Ғөбәй улы торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығында эшләгән осорҙа ҡала квартал һайын РСФСР ҡалалары араһында төҙөкләндереү буйынса I һәм II урындар яулай.
Т. Г. Колышев ун ике йыл дауамында өҙлөкһөҙ избирался депутатом Салауат ҡала Советы депутаты, бер нисә тапҡыр ҡала башҡарма комитетының штаттан тыш урыбаҫары һәм ҡала Советының төрлө даими комиссиялары рәйесе итеп һайлана.
«Роскоммунзапчасть» директоры булып эшләгән йылдарында ҡыҫҡа ваҡыт эсендә был территорияла тулы комплекс: келәттәр, оҙтаханалар менән гараждар, пилорамалы балта оҫталары цехы, ашханаһы, һаулыҡ һаҡлау медпункты, спорт залы, саунаһы һәм бассейн булдырылған хужалыҡ-көнкүреш корпусы ҡалҡып сыға.
РСФСР Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығының системаһында эшләүсе башҡа предприятиелар араһында Салауат базаһы өлгөлө тип аталған.
Был база аша ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығының бөтә предприятиелары ла запас частар, иретеп йәбештереү сварочным һәм башҡа ҡорамалдар, «Мультикар» автомашиналары, авторезина, аккумуляторҙар һ.б. материалдар менән тәьмин ителгән.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағында оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгәне, юғары һөнәри оҫталығы өсөн Таис Ғөбәй улы Колышев Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почёт грамотаһы менән бүләкләнәнә, шулай уҡ «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре» исеме бирелә.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң да, Таис Ғөбәй улы Салауат ҡалаһының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашып йәшәй.
Салауат ҡала судының халыҡ заседателе, 8-се торлаҡ-эксплуатация идаралығы тәүге ойошмаһының рәйесе итеп һайлана.
1998—2005 йылдарҙа ҡаланың Ветерандар советы рәйесе урынбаҫары,
2006—2016 йылдарҙа Салауат ҡалаһының Уҙамандар советы рәйесе.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
- Тағы өс орден
- 12 миҙал
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәре
- Башҡорт АССР-ы Юғары Советының Почёт грамотаһы
- Салауат ҡалаһының почётлы гражданы (2005)
- «Йәмәғәт танылыуы-2008» Бөтә Рәсәй форумы лауреаты
- «Йыл кешеһе−2015»
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Салават: энциклопедия / гл. ред. Л. О. Шипанова. — Уфа: Башк. энцикл., 2018. — 536 с.: ил. ISBN 978-5-88185-397-6 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 ғинуар 2022)