Корнилаев Анатолий Николаевич
Анатолий Николаевич Корнилаев (1923 йылдың 10 сентябре, Акшенас[d], Пенза губернаһы[d] — 2011 йылдың 19 марты, Железнодорожный[d], Мәскәү өлкәһе) — хәрби хеҙмәткәр, гвардия полковнигы (1975). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, гвардия истребитель-танкыға ҡаршы артиллерия полкы батареяһының идара взводы командиры. Советтар Союзы Геройы (1943).
Биографияһы
Корнилаев Анатолий Николаевич 1923 йылдың 10 сентябрендә хәҙерге Мордва Республикаһының Рузаевка районына ҡараған Аҡшенас ауылында тыуған.
Милләте урыҫ. Юғары белемле. 1943 йылдан КПСС ағзаһы.
Һуғыш алдынан ғаиләһе менән Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй. 1942 йылда Стәрлетамаҡ район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла[1]. Шул уҡ йылда кесе лейтенанттар курсын тамамлай. Көнбайыш фронтҡа эләгә һәм 317-се гвардия танкҡа ҡаршы артиллерия полкында разведка (рус.)баш. взводы командиры булып хеҙмәт итә.
Көнбайыш, Воронеж фронттарында һуғыша. 317-се гвардия танкҡа ҡаршы артиллерия полкы батареяһының идара взводы командиры (47-се армия, Воронеж фронты) гвардия лейтенанты А. Н. Корнилаев Днепрҙың уң ярындағы Канев ҡалаһы янындағы плацдарм өсөн алыштарҙа батырлыҡ күрһәтә.
«1943 йылдың 17 октябрендә Корнилаев ут взводы менән командалыҡ итә һәм дошмандың танк һәм пехотаһы контратакаларын кире ҡағыуҙы ойоштора. Шәхсән үҙе ике танкты яндыра. Дошмандың унға яҡын танкы һәм бер батальонға тиклем пехотаһы ҡатнашҡан контратакалары туҡтап ҡала. А. Н. Корнилаев батареяһы уты ярҙамында беҙҙең пехота үҙ позицияларын (рус.)баш. күпкә яҡшырта».
«Советтар Союзы Геройы» исеме А.Н. Корнилаевҡа 1943 йылдың 24 декабрендә бирелә[1].
1944 йылда өлкән лейтенант, полк разведкаһы начальнигы вазифаһынан Коломнаға командирҙарҙы камиллаштырыу курсына ебәрелә. Һуңынан 1-се Белоруссия фронтында хеҙмәт итә, Еңеү көнөн шунда ҡаршылай.
1948 йылда М. в. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамлай, капитан званиеһын (рус.)баш. ала. Усть-Камчатск, Тирасполь ҡалаларында, Одесса хәрби округында хеҙмәт итә. 1973 йылдан гвардия полковнигы А. Н. Корнилаев запаста.
Железнодорожный ҡалаһында йәшәй, 5-се мәктәптә хәрби эш предметын уҡыта. 2011 йылдың 19 мартында вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» Миҙалы (29.12.1943)[1].
- Ленин Ордены (29.12.1943). No 26096967 (19 май 1945[3])
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (03.01.1944)[4].
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[5].
- Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены (26.07.1943) [6].
- Ҡыҙыл Йондоҙ Ордены.
- Жуков Миҙалы [7]
- Хәрби ҡаҙаныштары өсөн миҙал
- «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы» юбилей миҙалы (1970 йылдың 6 апреле)
- «1941-1945 Йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (9 май 1945[8])
- "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 20 йыл " юбилей миҙалы (7 май 1965[9])
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 30 йыл» юбилей миҙалы[10]
- "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 40 йыл " миҙалы[11]
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы[12]
- "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл"юбилей миҙалы
- "1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығы"юбилей миҙалы
- "СССР Ҡораллы Көстәре Ветераны " миҙалы
- "Совет Армияһына һәм Флотына 30 йыл " миҙалы[13]
- «СССР Ҡораллы Көстәренең 40 йыллығы» юбилей миҙалы[14]
- «СССР Ҡораллы Көстәренең 50 йыллығы» юбилей миҙалы (1967 йылдың 26 декабре[15])
- «СССР Ҡораллы Көстәренә 60 йыл» юбилей миҙалы (1978 йылдың 28 ғинуары[16])
- «СССР Ҡораллы Көстәренең 70 йыллығы» юбилей миҙалы (1988 йылдың 28 ғинуары[17])
- СССР Оборона министрлығының «Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 25 йыл» билдәһе (1970 йылдың 24 апреле)
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Анатолий Николаевич Корнилаевтың исеме Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡала округы Стәрлетамаҡ ҡалаһының «17-се дөйөм белем биреү мәктәбе» автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[2][3];
- Геройҙың исеме Мәскәү ҡалаһының Еңеү паркындағы Бөйөк Ватан һуғышы Үҙәк музейының Дан залында алтын хәрефтәр менән уйып яҙылған;
- Балашиха ҡалаһының Үҙәк—2 биҫтәһендә Корнилаев урамы бар [4];
- Ҡәберенә һәйкәл ҡуйылған;
- Мордва Республикаһы Рузаевка районы Плодопитомник ҡасабаһында һәм Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһында мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған[5][6];
Иҫкәрмәләр
- ↑ И. Ғ. Кәримова. Корнилаев Анатолий Николаевич (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Улицы в Железнодорожном назовут в честь героев ВОВ. РИА Новости (13 май 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 ғинуар 2026.
- ↑ Мемориальная доска Корнилаеву Анатолию Николаевичу. Место памяти. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 сентябрь 2025.
- ↑ Мемориальная доска Корнилаеву А. Н. 2gis.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026.
Сығанаҡтар
- Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1987. — Т. 1 /Абаев — Любичев/. — 911 с. — 100 000 экз. — ISBN отс., Рег. № в РКП 87-95382.
- Несокрушимые. — Уфа, 1985.
- Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1979. — Кн. 4.
- Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2007. — Т. 3: З-К. — 672 с. — ISBN 978-5-88185-064-7.
- Сотникова Н. А. От Обираловки до наших дней. — 2-е изд. — Железнодорожный: Подольская ф-ка офсетной печати, 2010. — С. 284. — 308 с. — ISBN 978-7151-0363-0.
- Сотникова Н. А. Обираловка и вокруг неё. — Железнодорожный: Подольская ф-ка офсетной печати, 2012. — С. 277. — 296 с. — 3000 экз. — ISBN 978-7151-0368-1.
- Железнодорожный. Краеведческий альманах музея г. Железнодорожный.
- На сайте краеведческого музея г. Железнодорожного
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Корнилаев Анатолий Николаевич (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2026)
- Корнилаев Анатолий Николаевич. «Герои страны» сайты.
- Республиканский музей Боевой Славы: Корнилаев Анатолий Николаевич Архивная копия от 2 апрель 2015 на Wayback Machine.
- А. Корнилаев на сайте краеведческого музея г. Железнодорожный
- Наградной лист к Ордену Отечественной войны I степени