Кочерга Иван Антонович

Кочерга Иван Антонович (6 октябрь 1881 йыл — 29 декабрь 1952 йыл) — СССР драматургы. Сталин премияһы лауреаты (1948), Украина ССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1950)[1].

Биографияһы

Иван Антонович Кочерга́ Украинаның Чернигов өлкәһе Носовка аймағында 1881 йылдың 6 октябрендә (иҫк. 24 сентябрҙә) тыуа. 1903 йылда Киев университетының юридик факультетын тамамлай[2].

И. А. Кочерга 1952 йылдың 29 декабрендә вафат була. Киевта ерләнгән.

Ижады

Әҙәби эшмәкәрлеген 1904 йылда башлаған. «Бокалдағы йыр» («Песня в бокале») тигән әкиәттең авторы (1910), ул беренсе тапҡыр 1926 йылда Харьков халыҡ театрында ҡуйыла. «Алмас тирмән ташы» («Алмазный жернов») драмаһы (1927), «Марко тамуҡта» («Марко в аду») феерияһы (1928), ул Харьковтағы Ҡыҙылзавод театрында ҡуйыла; «Свичканың туйы» («Свадьба Свички»)(1930), «Ярослав Мудрый» (1946)драматик поэмаларының , "Хәҡиҡәт " («Истина») (1947) драмаһы авторы[1]. Шулай уҡ ул тиҫтәләгән пьеса яҙған.

Башҡортостанда эвакуацияла

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында күмелер ваҡыт Өфөлә йәшәй. Иван Кочерганың «Туҫтаҡ» (рус. «Чаша») тигән драмаһы украин драматургияһында күренекле урын биләй, ә унда һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалар тулыһынса Өфөлә бара. Ҡатмарлы эпизодтарҙа Башҡортостан хеҙмәтсәндәренең нисек итеп эвакуацияға килгән интеллигенцияны ҡабул итеүе, һуғыш һынауҙарына эләккән кешеләрҙең яңы урынға ерегеүе бәйән ителә. Улар — урындағылар ҙа, ситтән килгәндәр ҙә — дөйөм маҡсатҡа, дошманды тар-мар итеүгә өлөш индереү ынтылышы менән йөшөй башлағаны һүрәтләнә. Өфөнөң тимер юлындағы, «Өфө» ҡунаҡханаһында булған сәхнә күренештәре бик ҡыҙыҡлы.

Башҡортостандың баш ҡалаһында Иван Кочерга «Литература и искусство» гәзитендә мөхәррир булып эшләй. .

Гәзит ваҡытты һәм көстө күп алһа ла, Иван Кочерга ике пьесаһын — «Чаша» (1942) «Төнгө тревога» (1943) тигән пьесаларын яҙа.

Ул күп нәмәләр яҙырға ниәтләгән булған. Шуларҙың береһе тураһында әҙәби тәнҡитсе Суфиян Сафуанов иҫкә ала. Үҙе эшләгән гәзиттә Иван Кочерга 1941 йылдың 28 ноябрендә былай тип яҙа: «Әле мин башҡорт халҡының 1812- 1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашыуы тураһында опера өсөн либреттоға тарихи материал өҫтөндә эшләйем».

Суфиян Сафуанов Украина ССР-ының Т. Г. Шевченко исемендәге әҙәби институттың ҡулъяҙмалар бүлегендә «Герой яҙмышы» (рус. «Судьба героя») тип аталған либретто ҡулъяҙмаһын таба. Унда башҡорт полкының ҡаһарманлығы, француз илбаҫарҙарына ҡаршы көрәше, ошо полктың ҡыйыу старшинаһы Сафир Сулпанов тураһында бәйән ителгәйне, тип һөйләй Сафуанов. Либретто йөкмәткеһенән күренеүенсә, автор башҡорт халҡының 1812—1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ҡатнашын тарихи сығанаҡтарҙан, мемуарҙарҙан өйрәнгәне күренә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, драматургтың ниәттәре бойомға ашмай ҡала. 1944 йылда Украинаның барлыҡ ижади интеллигенцияһы тыуған яғына ҡайта. Иван Антонович Кочерга ла Украинаға ҡайта һәм эше өҙөлөп ҡала[3].

Иҫтәлеге

  • И. А. Кочерга иҫтәлегенә Житомирҙағы академик украин музыкаль-драматик театрға уның исеме бирелгән.
  • И. А. Кочерга иҫтәлегенә Киевтың Дарницкий районында бер урамға уның исеме бирелгән.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Большая советская энциклопедия. Гл. ред. А. М. Прохоров, 3-е изд. Т. 13. Конда — Кун. 1973. 608 стр., илл.; 25 л. илл. и карт.
  2. Театральная энциклопедия. Гл. ред. П. А. Марков. Т. 3 — М.: Советская энциклопедия, Кетчер — Нежданова, 1964, 1086 стб. с илл., 7 л. илл.
  3. Уфимский период жизни Ивана Кочерги
  4. [ Кочерга Иван Антонович] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә

Һылтанмалар

  • Вячеслав Карпушенко. Дружбой едины [1](недоступная ссылка)

Тема буйынса өҫтәмә