Крестьянка (журнал)

«Крестьянка» журналы — СССР һәм Рәсәйҙең 19222015 йылдарҙа нәшер ителгән ваҡытлы матбуғат баҫмаһы.

Тарихы

«Крестьянка»ның беренсе һаны биш мең дана тираж менән 1922 йылдың июнендә сыға. 1968 йылда журналдың тиражы 5,6 миллион дана, 19701971 йылдарҙа — 6,1 миллион дана (номер хаҡы 10 тин); 1988 йылда — 19 миллион дана (номер хаҡы 25 тин); 1989 йылда — 21 миллион дана; 1990 йылда — 22 миллион дана (номер хаҡы 25 тин) була. 1973 йылда тиражы 6,3 миллион данаға етә[1].

Советтар Союзында

Журналдың беренсе һанында Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Рәйесе Михаил Калининдың уҡыусыларға мөрәжәғәтнамәһе баҫыла: унда хеҙмәтсән ҡатын-ҡыҙҙарҙы илдең ижтимағи һәм мәҙәни тормошона йәлеп итеүҙә баҫманың роле аңлатыла. Наҙандарҙы һәм аҙ белемлеләрҙе уҡытыу өсөн тәғәйенләнгән ҡушымтала «РСФСР халҡы араһында наҙанлыҡты бөтөрөү тураһында» тигән 1919 йылдың 26 декабрендә ҡабул ителгән декреттың йөкмәткеһе популяр итеп аңлатыла. Юридик яҡтан журналға РКП (б) Үҙәк Комитетының ҡатын-ҡыҙҙар араһында эшләү бүлеге нигеҙ һала. Тәүге осорҙа яңы баҫма башҡа айлыҡ матбуғат саралары менән конкурентлыҡ итә: «Работница и крестьянка» (1932—1941), «Женский журнал» (1926—1930) һ. б. [2][3]:

Уларҙа ла «ҡатын-ҡыҙ темаларына» мәҡәләләр баҫыла, журналдар тышҡы ҡиәфәтенә иғтибарһыҙ ҡараған ҡатын-ҡыҙҙарҙы тәрбиәләй.

Баҫманың ҡатын-ҡыҙ ауыл эшсәндәре араһында хәбәрселәр селтәре була. Һәр сығарылышҡа тегеү һәм сигеү, бәйләү, мода һәм башҡалар тураһында дәрестәр бушлай бирелә[4].

Журналда башҡа бушлай ҡушымталар ҙа баҫтырыла.

1972 йылда «Крестьянка» Ленин ордены менән бүләкләнә[1].

Журнал биттәрендә М. И. Калинин, Н. К. Крупская, М. И. Ульянова, А. И. Ульянова-Елизарова, А. В. Луначарский сығыш яһай, был матбуғат баҫмаһы өсөн Демьян Бедный, Максим Горький, А. С. Серафимович, А. Т. Твардовский кеүек киң билдәле һәм башҡа әҙиптәр яҙа[1].

Рәсәйҙә

undefined

1991 йылға тиклем журнал формаль рәүештә КПСС Үҙәк Комитетының «Правда» нәшриәтендә баҫыла[5].

1999 йылда «Крестьянка» журналының «krestyanka.ru» тигән сайты теркәлә[6].

2005 йылда бренд яңы нәшер итеүсегә[7] — Родионовтың нәшриәт йортона[8] һатыла. Эксперттар баһалауынса, килешеү суммаһы — өс миллион доллар[9].

2008 йылда бойондороҡһоҙ журналист һәм медиаидеолог Марина Леско баҫмаға ребрендинг үткәрә, һөҙөмтәлә журналдың рейтингы 892,7 мең уҡыусыға тиклем арта (Average Issue Readership — баҫманың бер һанын уҡыусыларҙың уртаса һаны).

2010 йылда журналдың макеты һәм уның концепцияһы етди үҙгәрештәр кисерә. Яңы баш мөхәррире итеп Наталья Щербаненко тәғәйенләнә. Баҫманың төп темаһы — ҡала ситендәге йорт һәм уны уратып алған бөтә нәмә. Яңыртылған «Крестьянка»ның шеф-мөхәррире — Анна Бабяшкина.

2015 йылдың аҙағында баҫманың һуңғы һаны сыға[10][11].

Журналдың рейтингы ай һайын 1,4 миллион уҡыусы тәшкил итә.

2022 йылда төрлө киң мәғлүмәт сараларында «Крестьянка» журналының 100 йыллыҡ юбилейы тураһында сюжеттар бирелә[12][13][14].

Баш мөхәррирҙәре

19701971 йылдар: И. А. Кобчикова
19811985 йылдар: Галина Владимировна Семёнова
19852005 йылдар: Куприянова Анастасия Викторовна
• 2005 йыл ноябрь2007 йылдар: Алла Виноградова
декабрь 2007 йыл — июнь 2008 йылдар: Тамара Виркунен
июль — декабрь 2008 йыл: Анна Перова
• июль — ғинуар 2009 йыл: Тамара Виркунен
февральавгуст 2009 йыл: Оксана Пономарёва[15]
• август 2009 йыл — 2010 йылдар: Наталья Щербаненко
• 2010 йыл — 2015 йылдар: Анна Бабяшкина.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Ленин ордены (1972)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Журнал КРЕСТЬЯНКА — «Родом из СССР». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 7 ғинуар 2010 года.
  2. Смеюха В. В. Советский журнал для домохозяек // Релга. № 6 [108]. 02 мая 2005.
  3. Журналы мод. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 16 май 2008 года.
  4. Смеюха В. В. Отечественные женские журналы. Историко-типологический аспект: Монография. Ростов-на-Дону: СКНЦ ВШ ЮФУ, 2011. 188 с.
  5. Krest'yanka/_Krest'yanka.html «Крестьянка»
  6. Издательский дом "Крестьянка". Wayback_Machine (16 июнь 2022).
  7. «Крестьянка» поработает на Родионова
  8. Гильдия издателей периодической печати. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 8 ноябрь 2012 года.
  9. Передел СМИ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 14 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 28 август 2009 года.
  10. ИД «ИДР-Формат» закрывает старейший российский журнал «Крестьянка» и мужское издание FHM Россия
  11. Крестьянка. Роскомнадзор.
  12. «Крестьянке» – 100 лет: взлеты и падения легендарного советского журнала. Телерадиокомпания «Мир» (5 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2022. Архивировано 5 декабрь 2022 года.
  13. Nagrade su važne za umetnike, jer promovišu kreativnost. Harper’s_Bazaar (7 ноябрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2022. Архивировано 7 ноябрь 2022 года.
  14. «Крестьянке» – 100 лет. Рамблер (5 декабрь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 ноябрь 2022. Архивировано 5 декабрь 2022 года.
  15. Об объединенной редакции женских журналов ИДР. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 декабрь 2009. Архивировано из оригинала 4 март 2009 года.

Һылтанмалар