Кузьмин Василий Фёдорович
Василий Фёдорович Кузьмин (1907 йылдың, Стәрлетамаҡ, Өфө губернаһы — 1943 йылдың 12 октябре, Кагарлыкский район[d], Киев өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугир, танкист, атыусы, сержант. Советтар Союзы Геройы (1943, үлгәндән һуң).
Биографияһы
Кузьмин Василий Фёдорович 1907 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.
Тулы булмаған урта белемле. «Өфө» станцияһында поезд бригадиры була, Крекингзаводын төҙөүҙә ҡатнаша, Өфө нефть эшкәртеү заводының 2-се участкаһының табелсыһы булып эшләй. 1940 йылдан Баҡы ҡалаһында хеҙмәт итә.
1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында. Сержант Василий Кульмин 1943 йылдың 24 сентябрендә Днепр өсөн алышта батырлыҡ күрһәтә
1943 йылдың 12 октябрендәге алыштарҙың береһендә ҡыйыу танкист (рус.)баш. батырҙарса һәләк була[1]. Киев өлкәһенең Кагарлык районы Ржищев ҡасабаһында ерләнә
Батырлығы
«1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 183-сө танк бригадаһының атыусыһы (10-сы танк корпусы, 40-се армия, Воронеж фронты) сержант Кузьмин 1943 йылдың 24 сентябрендә Монастырек утары янында экипаж составында Днепр йылғаһын яулай. Плацдармда (рус.)баш. алыш ваҡытында бер нисә ут нөктәһен һәм дошмандың күп тере көсөн юҡ итә».
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 23 октябрендәге Указы менән «командование заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн» сержант Кузьмин Василий Федоровичҡа үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә[2].
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2025 йылдың 20 октябрендә Советтар Союзы Геройы Василий Фёдорович Кузьминдың исеме Башҡортостан Республикаһы Стәрлетамаҡ ҡала округы Стәрлетамаҡ ҡалаһының «18-се дөйөм белем биреү мәктәбе» автономиялы дөйөм белем биреү муниципаль (рус.)баш. бюджет учреждениеһына бирелә[3][4];
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының 18-се урта мәктәбе бинаһына Геройҙың барельефы менән мемориаль таҡтаһы ҡуйыла
- 2005 йылдың 9 майында Стәрлетамаҡ ҡалаһының Г.К.Жуков исемендәге скверҙа Советтар Союзы Геройы В.Ф.Кузьминдың бюсын асыу тантанаһы үтә.
- Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Ҡояш» биҫтәһендә Советтар Союзы Геройы Василий Федорович Кузьмин исемендәге урам бар[5] .
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройының «Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР) (23.10.1943)[2].
- Ленин ордены.
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (10.10.1943)[6].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында
- ↑ 1 2 Указ Президиума Верховного Совета СССР «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682525, д. 708, л. 3).
- ↑ Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 ғинуар 2026. (рус.)
- ↑ Улица имени Кузьмина Василия Федоровича » Информационный портал Стерлитамака - новости и события Стерлитамака, история Стерлитамака, справочная Стерлитамака, прогноз пог … Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 март 2013. 2014 йылдың 7 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1393, л. 2, 46, 47).
Һылтанмалар
- «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. Кузьмин Василий Фёдорович (Тикшерелеү көнө: 22 ғинуар 2026)