Кәримова-Байбулатова Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы

Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы Кәримова-Байбулатова, Рәмзиә Кәримова (рус. Каримова-Байбулатова Рамзия Рафаэловна; 1975 йылдың 24 майы, 1-се Төркмән, Башҡорт АССР-ы) — совет һәм Рәсәй журналисы, йәмәғәтсе. Башҡортостан телевидениеһы студияһының яңылыҡтар тапшырыуҙары баш редакцияһы мөхәррирҙәре һәм хәбәрселәре төркөмө өсөн махсус хәбәрсе, Башҡортостан Республикаһының VII саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023).

Биографияһы

Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы Кәримова (Байбулатова) 1975 йылдың 24 майында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районының Төркмән ауылында тыуған.

1980—1989 йылдарҙа Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылында урта дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыған.

1989—1992 йылдарҙа Рәми Ғарипов исемендәге Республика Башҡорт мәктәп-интернатында белем ала.

1992—1997 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының (хәҙер — Өфө фән һәм технологиялар университеты) Башҡорт филологияһы факультетын ҡыҙыл дипломға тамамлаған.

1997—2000 йылдарҙа Башҡорт дәүләт аграр университетында «Бухгалтер иҫәбе һәм аудит» һөнәрен үҙләштерә.

1995 йылдан, студент сағынан уҡ «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында эш башлай. Мәғлүмәт программаларының Баш редакцияһында хәбәрсе, махсус хәбәрсе була. Рәмзиә Кәримова Башҡортостан Башлығы пулына инә. Шуға ла ул ШОС һәм БРИКС, Фольклориада, Вордскилс, Рәсәй-Беларусь хеҙмәттәшлеге кеүек мөһим халыҡ-ара сараларҙың, Рәсәй Президентының Башҡортостанға эш сәфәрҙәренең, республикала барған башҡа төп сәйәси-ижтимағи, социаль сараларҙың уртаһында ҡайнай, уларҙан репортаждар әҙерләй.

2011 йылдан — «ТРК Башҡортостан» акционерҙар йәмғиәте телевидение студияһының яңылыҡтар тапшырыуҙары баш редакцияһы мөхәррирҙәре һәм хәбәрселәре төркөмө өсөн махсус хәбәрсе булып эшләй[1].

Ил Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһында ҡатнаша. Башҡортостан Башлығының эш сәфәрҙе буйынса телематериалдар эшләй[2].

2023 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың VII саҡырылыш депутаты итеп һайлана. Граждандар йәмғиәте институттарын үҫтереү, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитетты етәкләй.

2024 йылдың 2 майында «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы» тигән исемгә лайыҡ булды[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

Рәмзиә Кәримова-Байбулатова Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» ҡатын-ҡыҙҙың статусын үҫтереү һәм йәмғиәттә уның ролен әүҙемләштереү төбәк йәмәғәт ойошмаһы советы ағзаһы (2022).

Социаль проекттарҙың авторы. Онкология менән ауырыған балаларҙы дауалау өсөн аҡса йыйыуҙа, Өфөлә хоспис төҙөүҙә, инвалидтарға ярҙам ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. 2021 йылда журналистың Әбйәлил районы Йәнекәй ауылында йәшәгән физик мөмкинлектәре сикләнгән өс бер туған Ҡунаҡҡоловтар тураһында репортаж әҙерләп эфирға сығарыу менән генә сикләнмәй, уларҙың йортона һыу, канализация, газ үткәреүҙе ойоштора. Инвалидлыҡ юлларға, бушлай инвалид коляскаларына сиратҡа торорға ярҙам итә, аҡсалата һәм көнкүреш техникаһы менән булышлыҡ итә[4].

Рәмзиә Рафаэль ҡыҙы йәш быуынды журналистикаға йәлеп итеү буйынса эш алып бара, үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Әбйәлил районы Әбделмәмбәт мәктәбендә ижади уҡыусыларға үҙ премияһын булдырған, республикала үткән йәштәр, балалар медиайыйындарының эксперты, «Йәшлек йәшен йәшнәтә» Өфө ҡала фестиваленең баһалама рәйесе[5].

Ғаиләһе

Тормош иптәше, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы акционерҙар йәмғиәте мәғлүмәт программаларының Баш редакцияһы махсус хәбәрсеһе Илдар Зөлфәр улы Байбулатов менән ике ҡыҙ — Алтынай, Айгүзәл — үҫтерәләр.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Рәсәй Федерацияһы Журналистар берлегенең Почёт грамотаһы (2012)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2013)
  • Башҡортостандың Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы (2014)
  • БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2015)
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең «Һөнәре буйынса иң яҡшыһы» Маҡтау билдәһе (2016)
  • «Ҡотҡарыу хеҙмәтен пропагандалаған өсөн» РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы миҙалы (2021)
  • Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (2023)
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған журналисы (2024)[3]

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар