Ларионов Николай Геннадьевич

Ларионов Николай Геннадьевич (11 декабрь 1939 йыл26 октябрь 2021 йыл) — театр һәм кино артисы, радио дикторы, музыкант һәм педагог. 1966 йылдан хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Рус академия драма театры, 1967—2021 йылдарҙа — С. М. Цвиллинг исемендәге Силәбе академия драма театры актёры. 1963 йылдан СССР-ҙың Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1979).

Биографияһы

Николай Геннадьевич Ларионов 1939 йылдың 11 декабрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған[1].

1963 йылда Владивосток ҡалаһының Максим Горький исемендәге драма театры ҡарамағындағы Театр студияһын Г. И. Антошенков курсы буйынса тамамлай[2].

Профессиональ сәхнәләге ижади эшмәкәрлеге 1960 йылда Мари АССР-ының баш ҡалаһы Йошкар-Олалағы Республика урыҫ драма театрында башлана[1].

1961 йылданПриморье крайының Уссурийск ҡала драма театры, Приморье төбәк Йәш тамашасы театры һәм Башҡорт АССР-ының Рус академия драма театры артисы[2].

1967 йылдан ғүмеренең һуңғы көндәренәсә — С. М. Цвиллинг исемендәге Силәбе академия драма театры актёры[2][3].

1979 йылда «РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була[1][3].

Сәхнә хеҙмәткәре 2021 йылың 26 октябрендә Силәбе ҡалаһында вафат була[3].

Репертуары

Актёрҙың ижади тупланмаһында театр сәхнәһендә һәм Силәбе телевидениеһында уйналған йөҙҙән ашыу роль бар. Уның күп кенә театр эштәре ысын ваҡиғаға әүерелә һәм тарихҡа инә: «Случай в метро», «Берег», «Иванов», «Старший сын», «Серебряная свадьба», «Деньги для Марии», «Фальшивая монета», «Вишневый сад», «Так трепетно счастливы», «Чужой ребенок» һәм, әлбиттә, Константин Симоновтың «Русские люди» пьесаһы буйынса театрҙың художество етәксеһе Наум Орлов ҡуйған спектаклдәге йондоҙло Иван Сафонов роле. Актёрҙың ошо һәм артабанғы эштәре персонаждарҙың ҡатмарлы, сәйер характерҙарына үтеп инеүсе артист Ларионовтың художестволы үҙенсәлеген аңларға мөмкинлек бирә. Ул образ-символдар ижад итә[3].

Ҡайһы бер ролдәре

• Митя («Һөйгәндәрегеҙ менән айырылмағыҙ» — «С любимыми не расставайтесь», А. М. Володин),
• Сильва («Өлкән ул» — «Старший сын», А. В. Вампилов),
• Игорь («Тулҡынландырғыс бәхет...» — «Так трепетно счастливы...», Н. М. Птушкинаның «Ул үлгән саҡта» («Пока она умирала») пьесаһы),
• Сергей Луконин («Беҙҙең ҡала егете» — «Парень из нашего города»,
• Сафонов («Урыҫ кешеләре» — «Русские люди»; К. М. Симонов),
• Докукин (Д. С. Мережковскийҙың «Христос һәм Антихрист» («Христос и Антихрист») романы буйынса Н. Ю. Орловтың «Антихрист» спектакле),
• Пригоршнев («Ҡарағыҙ әле, кем килгән!» — «Смотрите, кто пришёл!», В. К. Арро),
• Илья Ильич («Ваня ағай» — «Дядя Ваня»), Иванов (шул уҡ исемле драма, А. П. Чехов драматургияһынан)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• РСФСР ҙың атҡаҙанған артисы — совет театр сәнғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн (1979)[2]
• Силәбе өлкә башҡарма комитеты Эске эштәр идаралығының Почёт грамотаһы — театр сәнғәте саралары менән эске эштәр органдары эшмәкәрлеген пропагандалау буйынса әүҙем эше өсөн (1972)[3]
• Силәбе Ленин орденлы Торба прокатлау заводы эшсе премияһы лауреатының Почёт грамотаһы— «Деньги для Марии» спектаклендә төп ролде башҡарғаны өсөн (1979)[3]
• «СССР Ҡораллы Көстәренә мәҙәни шефлыҡ отличнигы» күкрәк билдәһе (1980)[3]

Әҙәбиәт

• Челябинский драматический театр имени С. М. Цвиллинга. Челябинск, 1983. (рус.)