Лимоновка ҡыразы

Лимоновка ҡыразы (рус. Лимоновский гребень) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районында Йүрүҙән йылғаһы буйында урынлашҡан һоҡланғыс таш ҡая диуары. Диуарҙың бейеклеге яҡынса 70 метр тәшкил итә, ә уның оҙонлоғо 1000 метрҙан ашыу. Был тәбиғәт ҡомартҡыһынан туристар өсөн матур күренештәр асыла һәм әүҙем ял итеү урыны булып тора.

Атамаһы һәм географик урыны

«Лимоновка ҡыразы» атамаһы Силәбе өлкәһенең Йүрүҙән йылғаһының уң ярында урынлашҡан Лимоновка ауылы менән бәйле. Башта был тораҡ пункт «Взводный Выселок» тип аталған һәм ауылға отставкалағы полковник Иван Онуфриевич Сухозанет, Йүрүҙән һәм Минск заводтары хужаһының ире нигеҙ һалған. 1940-сы йылдарҙа Лимоновкала 23 торлаҡ йорт иҫәпләнгән. Ә 1896 йылда, беренсе халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, ауылда 75 йылҡа малы һәм 56 һауын һыйыры булыуы иҫәпкә ингән.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1960 йылдарҙа ауыл йәшәүҙән туҡтай, әммә уның тарихы урындағы халыҡ һәм туристар хәтерендә йәшәүен дауам итә.

Лимоновка ҡыразы Ҡытаутамаҡ станцияһынан (рус.)баш. ни бары 32 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, был уны сәйәхәтселәр өсөн еңел генә барып етеү мөмкинлеген бирә[1].

Тәбиғәт үҙенсәлектәре

Лимоновка ҡыразы түбәһенән Йүрүҙән йылғаһына, йылға үҙәненә һәм тирә-яҡ текә ҡаяларға мауыҡтырғыс күренеш асыла. Йәйгеһен бында һыу инергә, ә көҙөн тәбиғәттең сағыу төҫтәренән ләззәт алырға мөмкин. Ҡая түбәһендә өҫтәл һәм эскәмйәләр ҡуйылған майҙансыҡ бар, унда сәй эсергә һәм усаҡ яғырға мөмкин. Ҡаяның бер башында ҙур булмаған Ключевая мәмерйәһе, икенсе башында Гребневая мәмерйәһе бар. Был мәмерйәләр үҙенсәлекле, сөнки мәмерйәләрҙә ҡасандыр боронғо һунар итеүсе кешеләр йәшәгән. Археологик ҡаҙыныуҙар бырышында эш ҡоралдары һәм хайуан һөйәктәре табылған.

Лимоновка ҡыразы шулай уҡ Көньяҡ Уралдың иң матур һыу артерияларының береһе тип һаналған Йүрүҙән йылғаһы буйлап йөҙгән туристарҙы күҙәтеү өсөн популяр урын булып тора.

Шулай итеп Лимоновка ҡыразы тәбиғәт һәм тарих бергә ҡушылған уникаль урын булып тора. Ҡаяҡа барыу махсус әҙерлек талап итмәй һәм барлыҡ туристар өсөн дә яраҡлы[2].

Туристар өсөн маршрут

Автомобилдә (Өфөнән Лимоновка ҡыразы тиклем маршрут):

  • М5 трассаһы буйлап Силәбе яғына барырға;
  • Кропачево ҡасабаһы янында Иҙрис ауылы күрһәткесе буйынса һулға боролорға;
  • Иҙрис ауылы аша үтеп, «Серебряный ключ» турбазаһына тиклем грунт юл буйлап барырға;
  • Турбазанан ҡаяға тиклем йәйәү барырға.

Иҙрис мәмерйәһенән Лимоновка ҡыразына тиклем йәйәү барырға мөмкин, алыҫлығы яҡынса 1,5 км тәшкил итә.

Иҙрис мәмерйәһе һәм Лимоновка ҡыразы тирәһендә бер нисә туристик база һәм кемпинг урынлашҡан, унда төнгә туҡталырға мөмкин[3].

Йөрүҙән йылғаһы һәм Лимоновка ҡыразы
Йөрүҙән йылғаһы һәм Лимоновка ҡыразы

Иҫкәрмәләр

  1. Ирина Брызгалова. Достопримечательности геопарка Янгантау в Башкортостане: Кургазак, скала Жеребчик, Лимоновский гребень, река Юрюзань. Наш Урал (2 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2025.
  2. Лимоновский гребеньn. Туристический путеводитель Башкортостана. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2025.
  3. Идрисовская пещера и Лимоновский гребень. Необычные маршруты и экскурсии от местных гидов. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 июнь 2025.