Маликов Мөжәүир Суфиян улы
Маликов Мөжәүир Суфиян улы (1 июнь 1926 йыл — 7 май 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Жуков ордендары кавалеры, хеҙмәт ветераны
Биографияһы
Мөжәүир Суфиян улы Маликов 1926 йылдың 1 июнендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы) Байназар ауылында тыуған.
Мөжәүир Суфиян улы 1944 йылдың 20 сентябрендә Бөрйән районы хәрби комиссариаты тарафынан хәрби хеҙмәткә алына. 390-сы гвардия үҙйөрөшлө-артиллерия һәм 5-се запас танк полкында[1] хеҙмәт итә. Хәрби дәрәжәһе — өлкән лейтенант.
Мөжәүир Суфиян улы Маликов, һуғыш бөткәс тә, хәрби хеҙмәтен дауам итә һәм 1950 йылдың 17 октябрендә демобилизациялана.
- Хеҙмәт юлы
- 1952—1955 — киномеханик;
- 1961 йылдан — «Ағиҙел» колхозында, Бөрйән районының «Сельхозтехника» производство берекмәһе баш инженер;
- 1972 йылдан Байназар урта мәктәбендә техник әҙерлек уҡытыусыһы.
Маликов Мөжәүир Суфиян улы 20104 йылдың 7 майында вафат була һәм Байназар ауылы зыяратында ерләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[2]
- Жуков ордены
- «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1984)
Сығанаҡтар
- Бурзянская энциклопедия[3]
Иҫкәрмәләр
- ↑ Воинская часть
- ↑ Документы о награждении
- ↑ Маликов Мужавир Суфиянович // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2022. — С. 332. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.