Маннанов Шакир Фәтих улы

Шакир Фәтих улы Маннанов (рус. Шакир Фатихович Маннанов; 1917 йылдың 1 октябре, Ҡыяуыҡ ауылы1973 йылдың 23 апреле, Октябрьский ауылы, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Уҡсылар полкының орудие командиры, старшина. Дан ордены менән дүрт тапҡыр бүләкләнгән 29 һуғышсының береһе.

Биографияһы

Маннанов Шакир Фәтих улы (рус телендәге ҡайһы бер документтарҙа Фатыхович, Фаттыхович) 1917 йылдың 1 октябрендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Ҡыяуыҡ ауылында тыуған[2].

1941 йылдан Ҡыҙыл Армияла.

260-сы уҡсылар дивизияһы 1030-сы уҡсылар полкының 76 миллиметрлы пушка расчёты командиры.

1943 йылдың 6 декабрендә һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн сержант Маннанов Шакир Фәтих улы III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 57717).

1944 йылдың июль башында Украинаның Волынь өлкәһендәге Ковель ҡалаһы өсөн барған һуғышта 260-сы уҡсылар дивизияһы 1030-сы уҡсылар полкының сержант Ш. Ф. Маннанов командалыҡ иткән 76 миллиметрлы пушкаһы расчёты (1-се Белоруссия фронтының 47-се армияһы) дошман дзотын, ике пулемёт нөктәһен һәм бер отделениенан күберәк дошман һалдатын юҡ итә.

1944 йылдың 5 сентябрендә һуғышта күрһәткән саялығы һәм батырлығы өсөн сержант Маннанов Шакир Фәтих улы II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 4212).

1944 йылдың 21 сентябрендә Польшала Шамоцин тораҡ пункты өсөн барған һуғышта сержант Шакир Маннанов, артиллерия батареяһы составында һуғышып, дошмандың ике пулемётын, дзотын һәм 15-кә яҡын дошман һалдатын юҡ итә. Орудие сафтан сыҡҡандан һуң артиллерист пехота ғәскәре сафында һуғышты дауам итә, автомат уты менән ундан ашыу фашисты юҡ итә.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 22 февралендәге Указы менән немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне өсөн сержант Маннанов Шакир Фәтих улы I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә (№ 9), Дан орденының тулы кавалеры була.

Старшина званиеһында демобилизациялана.

Шакир Фәтих улы Маннанов 1954—1972 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районының Октябрский ауылындағы элемтә бүлексәһендә эшләй.

1973 йылдың 23 апрелендә вафат була[2].

Хәтер

  • 2025 йылдың 20 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән Дан орденының тулы кавалеры Шакир Фәтих улы Маннановтың исеме Стәрлетамаҡ районының Октябрьский ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбенә бирелгән[3][4];
  • Октябрьский ауылы урамына Маннанов исеме бирелгән, мәҙәниәт йорто бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған булған, әлеге ваҡытта ул мәктәп бинаһы стенаһына күсерелгән[5];
  • Ишембай ҡалаһында урамға Маннанов исеме бирелгән, бында уға бюст ҡуйылған[2].

Наградалары

  • II дәрәжә Ватан һуғышы (1945),
  • Ҡыҙыл Йондоҙ (1945),
  • I (1945), II (1944) һәм III (1943) дәрәжә Дан ордены.

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы
  2. 1 2 3 Ғ. Һ. Булатов, А. Р. Вәлиуллин. Маннанов Шакир Фәтих улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2026.
  3. Ляйсан Закирова. Школам Башкирии присвоили имена Героев Советского Союза. ИА «Башинформ» (23 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2025. (рус.)
  4. Постановление Правительства Республики Башкортостан от 20 октября 2025 года № 487 «О присвоении имен Героев Советского Союза и выдающихся деятелей Республики Башкортостан общеобразовательным организациям Республики Башкортостан». Правительство Республики Башкортостан (20 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2025. (рус.)
  5. 75 лет Победы. Шакир Фатыхович Маннанов. Муниципальный район Стерлитамакский район Республики Башкортостан. Официальный сайт (8 апрель 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 декабрь 2025. (рус.)

Әҙәбиәт

  • Андреев Г. И., Вакуров И. Д. Солдатская слава. — М., 1976. Кн. 4.
  • Ерошин А. Е. Не ради славы. — М., 1969.
  • Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — 10 000 экз. — ISBN 5-203-01883-9.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 5. — Уфа, 1985