Мансур Таймаҫов

Биографияһы

Сығышы менән Иҫәт провинцияһы Ҡаратабын улусы Таймаҫ ауылы (хәҙерге Силәбе өлкәһе Арғаяш районы) башҡорто[1]. Тархан Таймаҫ Шәимовтың улы. Ҡаратабын улусы старшинаһы вазифаһын башҡара[2].

1773 йылдың йылдың октябрендә Верхнеурал ҡәлғәһендә капитан Дубинин отряды составында була[2]. 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачёв етәкселегендәге ихтилалға 1773 йылдың ноябрендә ҡушыла[1].

1774 йылдың 1 февралендә Мортаза Йортомов менән берлектә Силәбе ҡәлғәһе янында И. А. Деколонг етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алышта ҡатнаша. Баҙарғол Юнаев һәм Байғаҙы Ҡоҙамышев отрядтары менән берлектә Иҫәт провинцияһында һуғыша. 1774 йылдың аҙағында ғәйебен танып килә[1].

Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҙәбиәт

  • История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.
  • Кулбахтин Н. М. Участие башкирского народа в Крестьянской войне 1773—1775 гг. — Уфа, 1984.
  • Таймасов С. У. Восстание 1773—1774 гг. в Башкортостане. — Уфа: Китап, 2000. — 376 с. — ISBN 5-295-02163-7.