Меос Владислав Эдуардович

Владислав Эдуардович Меос (1940 йылдың 6 майы, Силәбе ҡалаһы, СССР — 2020 йылдың 19 октябре, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — СССР һәм Рәсәй рәссамы. 1980 йылдан СССР Рәссамдар союзы, 1995 йылдан — Рәсәй Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2007).

Биографияһы

1940 йылдың 6 майында Силәбе ҡалаһында тыуған. Кесе йәштән ата-әсәһе менән Өфөгә күсеп килә. 25-се мәктәптә уҡый. 1957—1961 йылдарҙа Ленинград художество-графика педагогия училищеһында белем ала.

1964 йылда рәссамдың картиналары тәүге тапҡыр М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейындағы күргәҙмәгә ҡуйыла. Шунан һуңғы ижади эшмәкәрлеге осоронда ул картиналары менән республика, Бөтә Рәсәй күргәҙмәләрендә, Япония, Германия, АҠШ, Финляндия һәм башҡа илдәрҙә ойошторолған күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

Владислав Меос ижадының төп темаһы — тыуған яҡ тәбиғәте. Уның картиналарында республикабыҙҙың гүзәллеге, уның хеҙмәт һөйгән кешеләре, тарихи ҡомартҡылары һүрәтләнә. Уларҙан тыуған яҡтың күп төрлө тауыштары моң булып ишетелгәндәй.

Рәссам 2020 йылдың 19 октябрендә Өфө ҡалаһында көтмәгәндә вафат булды[1].

Әҙәбиәт

  • «Светлый снег памяти». Автор Меос Владислав Эдуардович. Монография, Уфа, Китап, 2008. — 263 с. — ISBN 5295045315, ISBN 9785295045318
  • Владислав Меос: Щедрая палитра. Каталог произведений / М-во культуры Башк. АССР и др. [12] с. портр., 10 л. ил. 22 см. М. Б. 1980.
  • Владислав Меос. Альбом. Уфа, изд. «Китап». 2015.