Мирсаяпов Миңнислам Нурислам улы
Мирсаяпов Миңнислам Нурислам улы (рус. Мирсаяпов Минислам Нурисламович; 25 ноябрь 1929 йыл — 27 июль 1996 йыл) — зоотехник, ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1964 йылдан Әбйәлил районы «Урал» совхозы, 1972 йылдан — Урал аръяғы совхоздар тресы, 1975 йылдан — ошо райондың «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозы директоры, 1993 йылдан — директор урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Рәйесе урынбаҫары. РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1974), СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1981) ордендары кавалеры.
Биографияһы
Миңнислам Нурислам улы Мирсаяпов 1929 йылдың 25 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[2] Мәләүез районы Айтуған ауылында тыуған[3].
Мәктәптән һуң Көйөргәҙе зооветеринария техникумына[4] уҡырға инә, уны 1949 йылда тамамлай һәм йүнәлтмә менән Ейәнсура район советы башҡарма комитетының ауыл хужалығы бүлегенә зоотехник итеп ебәрелә[3].
1950 йылда саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәренә хәрби хеҙмәткә алына. 1954 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, Баймаҡ районындағы Сибай МТС-ының, 1957 йылдан — ошо райондың «Сибай» совхозының, 1962 йылдан — яңы ойошторолған Сибай территориаль колхоз-совхоз производство идаралығының баш зоотехнигы була[5].
1964—1996 йылдарҙа Әбйәлил районында эшләй: «Урал» совхозы директоры, 1972 йылдан — яңы ойошторолған Урал аръяғы совхоздар тресы директоры, 1975 йылда трест бөтөрөлгәндән һуң — Әбйәлил районың «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозы директоры, 1993—1996 йылдарҙа — хужалыҡ директорының урынбаҫары[3].
1996 йылдың 27 июлендә вафат була[5].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
• Әбйәлил районы 110-сы Әлмөхәмәт һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 8-се саҡырылыш (1971—1975) Юғары Советы депутаты, Юғары Совет Рәйесе урынбаҫары[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Ленин ордены (1971)
• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966)
• Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1981)
• РСФСР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы (1974)
• СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1985)
Хәтер
• Әбйәлил районы Красная Башкирия ауыл советы ауыл биләмәһендә М. Н. Мирсаяпов иҫтәлегенә арналған баскетбол турниры үткәрелә[7].
• 2014 йылдың декабрендә Әбйәлил районың Ҡыҙыл Башҡортостан ауылында Миңнислам Мирсаяпов хөрмәтенә иҫтәлекле таҡтаташ асыла. Ул «Ҡыҙыл Башҡортостан» совхозының административ бинаһы стенаһына беркетелгән[8].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер шул уҡ райондың Ҡыҙыл Башҡортостан ауылы
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ 1 2 3 «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. МИРСАЯПОВ Миңнислам Нурислам улы (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2024)
- ↑ 1957 йылдан — Стәрлетамаҡ зооветеринария техникумы, 1972 йылдан — Стәрлетамаҡ совхоз‑техникумы, 2000 йылдан — Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумы, 2014 йылдан — Стәрлетамаҡ тармаҡ‑ара колледжы. «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2024)
- ↑ 1 2 Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2024)
- ↑ БАССР-ҙың 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаттары исемлеге (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2024)
- ↑ Администрация Краснобашкирского СП. В селе Красная Башкирия пройдут традиционные соревнования по баскетболу среди мужских команд на Кубок памяти директора совхоза «Красная Башкирия» Мирсаяпова Минислама Нурисламовича (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2024)
- ↑ В Абзелиловском районе открыли мемориальную доску памяти заслуженного зоотехника РСФСР. Газета «Республика Башкортостан», 2 декабря 2014 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 декабрь 2024)
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. МИРСАЯПОВ Миңнислам Нурислам улы (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2024)
• Абзелиловская энциклопедия / гл. ред. Р. С. Сынгизов. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — 624 с. — ISBN 978-5-88185-255-9. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2024)