Ерилин Михаил Васильевич
Михаил Васильевич Ерилин (1945 йылдың 16 ноябре, Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР — 2012 йылдың 24 июле, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — совет, Рәсәй шағиры, тәржемәсе. 1996 йылдан Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Яҙыусылар союздары ағзаһы. Степан Злобин исемендәге әҙәби премия лауреаты (2010).
Биографияһы
1945 йылдың 16 ноябрендә Өфө ҡалаһында эшсе ғаиләһендә тыуған.
Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлап, Өфө энергетика техникумына уҡырға инә. Өс йыл Совет Армияһында стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә.
Армиянан һуң 1968—1999 йылдарҙа «Башкирэнерго» берекмәһендә (асыҡ акционерҙар йәмғиәте) эшләй. Мәғлүмәтле инженер була, бер үк ваҡытта яҡшы шиғырҙар яҙа.
Шиғырҙары Республика ваҡытлы баҫмаларында баҫыла. Уның тәүге шиғырҙар китабы «Дуҫыма хат» 1977 йылда нәшер ителә.
2010 йылда Михаил Ерилин әҙәби тыуған яҡты өйрәнеү һәм юғары ижади оҫталығы өсөн Степан Злобин исемендәге Республика әҙәби премия лауреаты була. 2012 йылдың 24 июлендә Өфөлә вафат була[1].
Ижады
Шиғыр китаптары «Дуҫыма хат» (1977), «Иртәнге шиғыр юлдары» («Утренние строки», 1984), «Пожитки» (1990), «Аритмия» (1996), ."Сломать уключину на Дёме" (2005).
Башҡорт шағирҙары Жәлил Кейекбаев, Риф Тойғон, Дауыт Юлтый, Гөлфиә Юнысова, Төхфәт Йәнәби һ.б. әҫәрҙәрен рус теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Степан Злобин исемендәге әҙәби премия (2010).
Һылтанмалар
- Ерилин Михаил Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 ноябрь 2018)
- http://www.istoki-rb.ru/archive.php?article=2889 2014 йылдың 14 июль көнөндә архивланған.
- http://blog.myufa.ru/archives/tag/%D0%BF%D0%BE%D1%8D%D1%82%D0%B0
- http://belsk.ruspole.info/node/2817
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ерилин Михаил Васильевич // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.