Мюнстер
Мю́нстер (нем. Münster [ˈmʏnstɐ], т.-нем. Mönster, лат. Monasterium Westphalorum) — Германияның Төньяҡ Рейн-Вестфалия ерендәге ҡала. Бер иң боронғо ҡала төньяҡ Германияла булып тора. Мюнстер велосипедсы бик күп һанменаң һәм тарихи үҙәкменаң шөһрәтле булыу.
Мюнстерҙа Төньяҡ Рейн — вестфалия еренең мөһим суд һәм административ учреждениелары, шул иҫәптән Конституция суды һәм Юғары административ суд урынлашҡан. 1200 йылдан ашыу элек нигеҙләнгән Мюнстер католик епископлығы Германияның төньяғында иң боронғоларҙың береһе булып тора һәм шулай уҡ Вестфалиянан ситтә лә ҙур роль уйнай.
Ҡаланың тарихи үҙәге һәм урамдарҙағы бик күп велосипедсылар уға ҡабатланмаҫ ҡиәфәт бирә.
Географияһы
Мюнстер Төньяҡ Рейн — Вестфалия федераль еренең төньяғында урынлашҡан. Мюнстерға иң яҡын ҙур ҡалалар булып Оснабрюк (төньяҡҡа табан 44 км), Дортмунд (көньяҡҡа табан 61 км), Билефельд (көнсығышҡа табан 62 км) һәм Энсхеде (Нидерланд) (65 км төньяҡ-көнбайышҡа) тора.
Ҡала Германиялағы 42 ҡала агломерацияһының береһе булып тора. Майҙаны буйынса иң ҙур майҙанлы ГФР ҡалалары араһында 16-сы урында тора, әммә ҡала территорияһының яртыһы тиерлек ауыл хужалығы ихтыяждары өсөн ҡулланыла.
Климаты
Мюнстерҙа уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме (йылына 700 мм) Германияла уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләменә тиң булыуына ҡарамаҫтан, уға ямғырлы ҡала даны ныҡлы нығынып ҡала. Бының сәбәбе — яуым-төшөмдөң абсолют күләмендә түгел, ә ямғырлы көндәрҙең күплегендә. Йыл дауамында яҡынса 1500 ҡояш сәғәтенә уртаса йыллыҡ температура 9 °C тәшкил итә. Башҡа немец ҡалалары менән сағыштырғанда, был күрһәткес буйынса Мюнстер иң болотло һауа торошо булған ҡалаларҙың 20 %-ы иҫәбендә тора. Мюнстерҙа ҡыш ярайһы уҡ йомшаҡ, ҡар сағыштырмаса һирәк яуа. Йәйге температура ил буйынса уртаса температураға тап килә.
Ҡаланың административ бүленеше
Ҡала Уставының 1-се статьяһына ярашлы, Мюнстер 6: Үҙәк, Төньяҡ, Көнсығыш, Көнбайыш, Көньяҡ-Көнсығыш һәм Хильтруп административ райондарына бүленә. Һәр шундай районда коммуналь һайлауҙарҙа һайланған 19 ағзанан торған урындағы үҙидара бар. Был райондар, үҙ сиратында, ваҡ ерекмәләрҙән тора.
Тарихы
Ҡаланың тарихы 1200 йылдан ашыу. Тәүге ауылға 793 йылда Бөйөк Карл нигеҙ һала, ул үҙенең резиденцияһынан алыҫ түгел монастырь төҙөргә ҡуша (латин телендәге «monasterium» һүҙенән ҡаланың исеме килеп сыҡҡан). XVI быуаттың беренсе яртыһында ҡала архивтары тулыһынса юҡ ителә. Шулай итеп, был ваҡытҡа тиклемге осорға ҡараған тарихи мәғлүмәттәр өлөшләтә дөрөҫ түгел һәм ҡаланан ситтә һаҡланған документтарға нигеҙләнгән.
805 йылда Мюнстерға ҡала статусы бирелә.
1170 йылда Мюнстер ҡала статусын ала. Шул уҡ ваҡытта ҡала нығытмалары төҙөлә башлай. Ҡала диуарының оҙонлоғо яҡынса 4 км тәшкил итә.XIV быуат уртаһында ул башҡа ҡоролмалар төҙөү иҫәбенә тағы ла нығытыла. Был осорҙа Мюнстер майҙаны буйынса Вестфалияның иң ҙур ҡалаһы була.
1358 йылда Мюнстер Һанза союзы ағзаһы булараҡ беренсе тапҡыр телгә алына. Әммә, бәлки, был осорға ҡала оҙаҡ ваҡыт ошо союзда булғандыр.
1534 йылдан 1536 йылға тиклем — Мюнстер коммунаһы.
1648 йылда ҡалала Европа кимәлендәге ваҡиға була - Утыҙ йыллыҡ һуғышҡа һәм Һикһән йыллыҡ һуғышҡа сик ҡуйған Вестфаль тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуйыла.
1811 йылда был ерҙәрҙе Франция тартып ала, һәм Мюнстер Липпе департаментының административ үҙәге булып китә.
1815 йылдан 1945 йылға тиклем — Пруссияның Вестфалия провинцияһы баш ҡалаһы.
1915 йыл — ҡала халҡы һаны 100 000 кешенән арта.
1990 йылдың 18 июнендә - «2+4 килешеү»е йәки «Германияға ҡарата мөнәсәбәттәрҙе тулыһынса көйләү тураһында килешеү»ҙе әҙерләү сиктәрендә тарихи ратушала Ханс-Дитрих Геншер менән Эдуард Шеварднадзеның осрашыуы уҙҙы. Кешеләр сәйәсмәндәргә көслө ҡабул итеү ойоштора.
Халҡы
Мюнстерҙың халҡы 270 меңдән ашыу кеше тәшкил итә һәм тағы ла 10 меңгә яҡын кеше Мюнстерҙы үҙенең икенсе йәшәү урыны итеп күрһәтә. Сит ил граждандары ҡала халҡының яҡынса 9 %-н тәшкил итә. Эшкә яраҡлы халыҡтың 6,3 %-ының эше юҡ (2007 йылдың декабре). Эшләүселәрҙең 80 %-ы - хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһендә, 17 %-ы - етештереү сәнәғәтендә, 1 %-ы ауыл хужалығында мәшғүл.
Мюнстерҙа халҡының уртаса йәше — 36 йәштән кесерәк, шулай итеп, Германияның уртаса гражданына ҡарағанда 4 йәшкә кесерәк. Көтөлгән ғүмер оҙайлығы ир-егеттәр өсөн 76,3 йәш һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 83,1 йәш тәшкил итә. Был Германия ҡалалары араһында иң юғары көтөлгән ғүмер оҙайлығы.
Иҡтисады һәм сәнәғәте
Мюнстерҙа бер ҡасан да сәнәғәт предприятиелары төп эш биреүсе булмаған, моғайын, белем биреү һәм идара итеү учреждениелары, шул иҫәптән университет һәм округ менән идара итеү төп эш биреүсе ойошмалар. Шуға күрә Мюнстерҙы йыш ҡына «Вестфалияның яҙыу өҫтәле» тип атайҙар. Шулай уҡ Мюнстер үҙ төбәгендә сауҙа өлкәһендә ошондай уҡ ҙурлыҡтағы башҡа ҡалаларға ҡарағанда ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә. Билдәләнгән тармаҡтар менән бер рәттән ауыл хужалығы, айырыуса ҡаланың үҙәк өлөшөнән алыҫ райондарҙа, ҡала иҡтисадында ҙур роль уйнауын дауам итә.
Мюнстерҙа ҙур предприятиелар юҡ һәм бик аҙ ғына урта предприятиелар урынлашҡан. BASF фирмаһының лактар етештереү буйынса BASF Coatings AG бүлексәһен, Brillux лак-буяу заводын, шулай уҡ Westfalen AG — дөйөм Германия яғыулыҡ заправка станциялары селтәрен, телгә алырға була.
Фәне һәм мәғарифы
Мюнстер университет ҡалаһы тип атала. Дөйөм алғанда, унда 50 000 студент уҡый.
Вильгельм исемендәге Вестфаль университетының (нем. Westfälische Wilhelms-Universität) 15 факультетында 42 000 студент (2005/2006 йылдың ҡышҡы семестры мәғлүмәттәре) уҡый, Германияның иң ҙур университеттарының береһе һәм ҡалала иң ҙур эш мәнән тәьмин итеүсе (университет клиникаһын да индереп, 13 000). Университетҡа 1780 йылда нигеҙ һалына. 2004 йылдың 1 апреленән Мюнстерҙың Юғары музыка мәктәбе лә университетҡа ҡарай. Ҡаланың 280 бинаһынан ашыуы университетҡа ҡарай.
1999 йылдың июле-сентябрендә Университет клиникаһында Горбачёва Раиса Максимовна лейкемиянан дауалана һәм вафат була.
Шулай уҡ Мюнстерҙың Юғары профессиональ мәктәбе (нем. Fachhochschule Münster) үҙ тибындағы иң ҙур юғары уҡыу йорттарына ҡарай. Ундағы 12 факультетта (Штайнфурттағы бүлексәне лә иҫәпкә алып) 9000-гә яҡын студент белем ала. Ул 1971 йылда асылған һәм Германияның иң ҙур һөнәри мәктәбе булып тора.
Макс Планк йәмғиәтенең Молекуляр биомедицина институты (2001 йылдың 1 авгусында нигеҙ һалынған) Мюнстерҙың төп тикшеренеү үҙәге булып тора.
Ҡаланың башҡа юғары уҡыу йорттары
- Юғары дәүләт идара итеү мәктәбе (нем. Fachhochschule des Bundes für öffentliche Verwaltung) (1978 йылда нигеҙләнгән)
- Сәнғәт академияһы (нем. Kunstakademie Münster) (1971 йылда нигеҙ һалынған)
- Төньяҡ Рейн - Вестфалия Еренең юғары католик мәктәбе (нем. Katholische Fachhochschule Nordrhein-Westfalen) (1971 йылда нигеҙләнгән)
- Мюнстер Эшлекле идара итеү һәм иҡтисад мәктәбе
Спорт
«Пройссен Мюнстер» — ҡаланың иң уңышлы футбол клубы, илдең 1951 йылғы вице-чемпионы. 2011/2012 йылдарҙағы миҙгелдән башлап ул Германияның Өсөнсө футбол лигаһында сығыш яһай. USC Münster волейбол клубы беренсе волейбол лигаһында сығыш яһай.
Ҡалала даими рәүештә төрлө спорт саралары: марафон, Аазе күлендә регата ойошторола.
Мәҙәниәт һәм туризм
Мюнстер тарихи һәм заманса архитектура шедеврҙарына бай. Ҡаланың тарихи күренеше тәү сиратта сиркәүҙәр менән формалашҡан, ҡалала 20-нән ашыу сиркәү. Улар араһында Изге Павел соборы (нем. St.-Paulus-Dom һәм Ламбертикирхе (нем. Lambertikirche). Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ҡаланың үҙәк өлөшө тулыһынса тиерлек емертелә, әммә һуңынан күп биналар тергеҙелә. Заманса архитектура әҫәрҙәре араһында ҡала театры бинаһын (нем. Städtische Bühnen) һәм ҡала китапханаһын билдәләп үтергә кәрәк.
10 йылға бер тапҡыр ҡалала халыҡ-ара скульптура проекттары конкурсы үткәрелә, унан һуң ҡала төрлө скульптуралар менән байытыла, әлеге ваҡытта уларҙың иҫәбе 60-ҡа еткән.
Йылына ҡалаға 5 миллион самаһы турист килә. 478 мең самаһы кеше, уларҙың 47000 самаһы сит ил гражданы, ҡалала бер нисә көнгә ҡала һәм ҡалала уртаса өс көн була. Мюнстерҙы ҡунаҡтар төбәк: EuroCityFest, Раштыуа баҙары һәм Send йәрминкәһе байрамдары өсөн ярата. Был саралар Рур өлкәһенән һәм Нидерландтан күп ҡунаҡтарҙы йәлеп итә.
Ҡалала 8 театр, 30 музей (шул иҫәптән археологик, палеонтологик, Изге Яҙма музейы һ.б.), планетарий, зоопарк, яҡынса 7000 урынлыҡ 80 ҡунаҡхана, 800-гә яҡын кафе һәм ресторан урынлашҡан. Бынан тыш, ҡала ситендә Эрбдростенхоф XVIII быуат һарайы урынлашҡан.
Төрлөһө
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
1991, 2004, 2005 — «Велосипедсылар өсөн иң дуҫтарса (күңелсәк) ҡала» (Тирә-яҡ мөхитте һәм тәбиғәтте һаҡлау союзы).
2004 — «йәшәү өсөн иң уңайлы ҡала» (LivCom-Award).
2001 — ADAC уҙғарған «Доступность центральных частей города» («Ҡаланың үҙәк өлөштәренең файҙаланыла алырлыҡ хәле») тигән милли конкурста еңеүсе.
2004 — «Сердце для детей» («Балаларға бирәм йөрәгемде» инициативаһы өсөн ҡала «балалар өсөн иң күңелсәк ҡала» тип аталған.
2005 — European Energy Award алтын миҙалы.
2006 — «Ҡалабыҙ сәскә ата» (нем. Unsere Stadt blüht auf) милли конкурсының алтын миҙалы.
2007 — «Entente Florale» халыҡ-ара конкурсының алтын миҙалы.
Цитаталар
- «Йә ямғыр яуа, йә Мюнстерҙа ҡыңғырауҙар зыңлай. әгәр тегеһе лә, быныһы ла булһа, тимәк, бөгөн йәкшәмбе» — урындағы әйтем.
- «Германияның иң матур ҡалаларының береһе» — Һанс Гюнтер Винклер, күп тапҡыр олимпия чемпионы һәм ат спортында донъя чемпионы.
- «Матур, ысынында һәйбәт ҡала. Бында бөйөк үткән заман динамик хәҙергегә тап килә. Тәьҫирле» — Папа Бенедикт XVI, Мюнстер университеты доценты.
- «Бына ошоно емергәндәр? Һәм был бөтөнләй беленмәй» — Шеварднадзе Эдуард Амвросиевич, СССР сит ил эштәре министры ҡаланың үҙәк өлөшө тураһында.
- «Мюнстерҙа минең тарихтың иҫ киткес бер киҫәге менән осрашыу һәм унда ҡатнашыу мөмкинлегем булды.» — Генри Киссинджер, АҠШ-тың дәүләт секретары.
Туғандаш ҡалалар
Йорк (ингл. York), Бөйөк Британия, 1958 йылдан
Орлеан (франц. Orléans), Франция, 1960 йылдан
Кристиансанд (норв. Kristiansand), Норвегия, 1967 йылдан
Монастир (ғәр. المـنسـتير), Тунис, 1969 йылдан
Ришон-ле-Цион (йәһ. רִאשׁוֹן לְצִיּוֹן), Израиль, 1981 йылдан
Фресно (ингл. Fresno), АҠШ, 1986 йылдан
Рязань, Рәсәй, 1989 йылдан
Мюльхаузен (нем. Mühlhausen), Тюрингия, 1990 йылдан
Люблин (пол. Lublin), Польша, 1991 йылдан
Винница (укр. Вінниця), Украина, 2023 йылдан[7]
Галерея
Иҫкәрмәләр
- ↑ Münster, Kreisfreie Stadt (недоступная ссылка — история). Regionaldatenbank Deutschland. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 май 2018.
- ↑ Münster, Kreisfreie Stadt (недоступная ссылка — история). Regionaldatenbank Deutschland. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 май 2018.
- ↑ archINFORM (нем.) — 1994.
- ↑ Gemeindeverzeichnis (4. Quartal 2022) (нем.) — DESTATIS, 2023.
- ↑ muenster.de - Münster in Westfalen: religiös und kirchlich. www.muenster.de. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2016. Архивировано 9 февраль 2016 года.
- ↑ Startseite - Русская Православная Церковь в Мюнстере (нем.). Русская Православная Церковь в Мюнстере. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 февраль 2016. Архивировано 8 февраль 2016 года.
- ↑ Stadt Münster: Amt für Kommunikation - Pressemeldungen (нем.). www.muenster.de. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 апрель 2023.
Һылтанмалар
- Официальный сайт города Мюнстер (нем.)
- Модели города на сайте Городского музея Мюнстера (нем.)
- Сайт конкурса скульптурных проектов в 2007 году (нем.) (инг.)