Мәтинов Әхмәҙулла Хәсән улы

Мәтинов Әхмәҙулла Хәсән улы (1917 йыл — 6 июль 1942 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-сы кавалерия полкы отделениеһы командиры[1].

Биографияһы

Әхмәҙулла Хәсән улы Мәтинов 1917 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Наҙар ауылында тыуған[1] тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 294-се кавалерия полкы отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Хәрби званиеһы сержант[1]. 1942 йылдың 6 июлендә Курск өлкәһе Тербуны районы Борки ауылында яуҙа батырҙарса һәләк була һәм шул ауылда ерләнә[1][2]. Юғалтыуҙар исемлегендә Наҙар ауылында йәшәгән әсәһе Мәтинова Заһиҙа күрһәтелгән[2].

Хәтер

  • 2018 йылдың 10 ноябрендә «Аҡ тирмә» Башҡорт милли-мәҙәни төркөмө (Мәскәү) башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында Башкавдивизияның 246 яугиры ерләнгән туғандар ҡәберенә ҡуйылған һәйкәлгә дивизия атлыларының тулы исемлеге яҙыла[3].

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Һылтанмалар