Мәхмүтов Шамил Әхмәт улы

Мәхмүтов Шамил Әхмәт улы (рус. Махмутов Шамиль Ахметович; 26 ғинуар 1935 йыл12 ғинуар 2020 йыл) — юрист, комсомол, партия, суд органдары һәм адвокатура хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәтсе. 1965—1985 йылдарҙа республика судтары судьяһы, 1968 йылдан Башҡорт АССР-ы Юғары суды ағзаһы; 1985—2002 йылдарҙа Адвокаттарҙың Башҡортостан республика коллегияһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһының беренсе президенты (2002—2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1993) һәм Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1994), Рәсәй Федерацияһының почётлы адвокаты (2001)[1][2].

Биографияһы

Шамил Әхмәт улы Мәхмүтов 1935 йылдың 26 ғинуарында Башҡорт АССР-ының[3] Шишмә районы Яңы Уҫман ауылында[1] крәҫтиән-колхозсы ғаиләһендә[2] тыуған.

Өфө ҡалаһындағы Башҡортостан кооператив техникумын тамамлай. Саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була. 1956 йылда запасҡа ҡайтарылғандан һуң, Шишмә районы ҡулланыусылар союзында эшләй[2].

1959 йылданВЛКСМ-дың Шишмә район комитеты инструкторы, беренсе секретары[1].

1961 йылданКПСС-тың Шишмә район комитетының ойоштороу бүлеге инструкторы[1].

1965 йылда — Свердловск юридик институтын тамамлай һәм Шишмә район халыҡ суды судьяһы итеп һайлана[2].

1968 йылданБашҡорт АССР-ы Юғары суды ағзаһы[1].

1972 йылданӨфө ҡалаһының Совет районы халыҡ суды рәйесе[1].

1985 йылдан — Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһы ағзаһы, коллегия президиумы рәйесе[2].

20022009 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Адвокаттар палатаһы президенты[2].

Адвокат бурысына һәм Рәсәй адвокатураһы традицияларына тоғролоғо өсөн 2006 йылда «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһына индерелә[2].

Бер үк ваҡытта Башҡорт дәүләт университетының юридик факультеты һәм Хоҡуҡ институты уҡытыусыһы[2].

Хеҙмәт ветераны 2020 йылдың 12 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була[2][4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы (1993)[1]
• Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы (1994)[1]
• «Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1996) [1]
• КПСС Үҙәк Комитеты, СССР Министрҙар Советы, ВЦСПС һәм ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1987)[1]
• Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2009)[1]
• Рәсәй Федерацияһының почётлы адвокаты (2001)[2]
• Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округы буйынса тулы хоҡуҡлы вәкиле Рәхмәте (2002) [2]
• Башҡортостан Республикаһы Президенты Рәхмәте (1995) [2]
• Рәсәй Федерацияһы Юстиция министрлығының 200 йыллығына арналған миҙал (2002) [2]
• Ф. Н. Плевако исемендәге алтын миҙал [2]
• Федераль адвокаттар палатаһының «Адвокат бурысына тоғролоғо өсөн» ордены (2004) [2]
• Рәсәй федераль адвокаттар союзының Почёт грамотаһы (2004) [2]
• Халыҡ-ара адвокаттар союзының (берләшмәһенең) Почёт грамотаһы (2005) [2]
• «Мәскәү присяжныйҙар советына 140 йыл» иҫтәлекле билдәһе (2006) [2]