Мөхәмәтов Хәмит (Хәмиҙулла) Заһит (Заһиҙулла) улы

Мөхәмәтов Хәмит (Хәмиҙулла) Заһит (Заһиҙулла) улы (1908 — 30 ғинуар 1975) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры[1], III дәрәжә Дан ордены (1970)[2], «Батырлыҡ өсөн», «Сталинградты обороналаған өсөн», «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнеүсе[3].

Биографияһы

Хәмит Заһиҙулла улы Мөхәмәтов 1908 йылда Хәйбулла районының Ибраһим (Ботороз тип тә йөрөткәндәр, хәҙер бөткән ауыл) ауылында тыуған. Темәс педагогия училищеһын тамамлағас, тәүҙә ауылында башланғыс кластарҙа уҡыта, артабан Йылайыр һәм шул уҡ Баймаҡ райондары ауылдарында грамотаһыҙлыҡты бөтөрөүҙә (ликбез) ҡатнаша.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Хәмит Заһиҙулла улы Хәйбулла хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Һуғыш юлын Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се башҡорт дивизияһында отделение командиры булып башлай. 1942 йылдың ҡыш айҙарында ул Сталинград өсөн барған һуғышта Чира йылғаһы эргәһендә ҡаты яралана.

1943 йылдың көҙөндә, бер аяғын ҡалдырып, тыуған яғына ҡайтып төшә. Яраланып ҡайтҡан яугир «Пионер» (һуңынан Салауат) колхозына рәйес итеп тәғәйенләнә. Һуңынан яңынан яратҡан эшенә — балалар уҡытыуға күсә.

1953 йылда ғаиләһе менән Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылына күсеп килә һәм уҡытыуын дауам итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, «Һаҡмар» колхозында эшләй[4][5].

Хәмит Заһиҙулла улы 1975 йылдың 30 ғинуарында Хәйбулла районы Степной ауылында ерләнә.

Сығанаҡтар