Назарова Клавдия Ивановна
Кла́вдия Ива́новна Наза́рова (1920 йылдың 1 октябре — 1942 йылдың 12 декабре) — Советтар Союзы Геройы, Псков өлкәһе Остров ҡалаһында йәшерен комсомол ойошмаһына нигеҙ һалыусы һәм уның етәксеһе.
Биографияһы
Клавдия Ивановна Назарова 1920 йылдың 1 октябрендә Остров ҡалаһында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.
Урта мәктәптең 10 класын тамамлай һәм П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленин орденлы Дәүләт физик культура институтының 1-се курсын тамамлай. Һуғышҡа тиклем ул мәктәпкә өлкән пионервожатый булып эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы башланып, Остров ҡалаһын оккупанттар баҫып алған осорҙа Клавдия Назарова тегеү оҫтаханаһында эш башлай. Ҡалала тороп ҡалған комсомолецтарҙан оккупанттарға ҡаршы тороу, Совинформбюро сводкаларын таратыу һәм разведка маҡсаты менән йәшерен ойошма булдыра. Оккупанттарҙың хәрәкәте тураһындағы мәғлүмәт партизан отрядына тапшырыла, һәм партизандар оккупанттарға теүәл точные удары һөжүм яһай.
Бынан тыш, партизандар һәм подпольщиктар Клавдия Назарова етәкселегендә хәрби әсирҙәргә лагерҙан ҡасырға һәм партизандарға ҡушылырға ярҙам иткән. 50-нән ашыу кешене ҡотҡарған улар. Оккупанттар йәшеренойошма барлығын белгәндәр, әммә уларҙың эҙҙәренә оҙаҡ сыға алмаған. Фәҡәт хыянатсы ярҙамында ғына Клавдия Назарованы 1942 йылдың 7 ноябрендә ҡулға алғандар. Айҙан артыҡ уны ҡаты язаларға дусар иткәндәр, әммә ул иптәштәренең береһен дә һатмай. 1942 йылдың 12 декабрендә оккупанттар уны Остров ҡалаһы майҙанында язалай. Ҡыҙҙың кәүҙәһе өс көн дар ағасында аҫылынып торған, һәм һуңғараҡ ерләргә рөхсәт ителгән.
Наградалары
- СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 20 август указы менән ылда немец-фашист ғәскәрҙәре тылында командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, шул ваҡытта ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәне өсөн Клавдия Ивановна Назароваға үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
- Ленин ордены менән бүләкләнә.
Хәтер
- Остров ҡалаһында Клавдия Назарова һәйкәле ҡуйылған.
- Мурманск өлкәһенең Мончегорск ҡалаһының 17-се мәктәбендә Клавдия Назарова тормошо һәм батырлығы тураһында материал йыйылған.
- Томск ҡалаһындағы 3-сө урта мәктәбенең пионер ойошмаһы Клавдия Назарова исемен йөрөткән.
- Псков өлкәһе Порховский районы Шемякин һигеҙ мәктәбенең пионер ойошмаһы Клавдия Назарова исемен йөрөткән.
- Героиняның исеме менән аталған:
- ҡала урамдары
- Островта;
- Борисоглебскиҙа
- Псковта;
- Ленинск-Кузнецкийҙа;
- Калининградта;
- Донецкиҙа (Украина);
- Порховта
- Псков өлкәһе Бежаницы ҡала тибындағы ҡасабалағы урам
- ҡала мәктәбе
- ҡала урамдары
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Klavdia Ivanovna Nazarova // TracesOfWar
Әҙәбиәт
- Назарова Клавдия Ивановна // Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии И. Н. Шкадов. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2 /Любов — Ящук/. — С. 139. — 863 с. — 100 000 экз. — ISBN 5-203-00536-2.
- Дмитриев В. Клава и её друзья // Героини: очерки о женщинах — Героях Советского Союза / ред.-сост. Л. Ф. Торопов; предисл. Е. Кононенко. — Вып. 2. — М.: Политиздат, 1969. — 463 с.
- Мусатов А. И. Клава Назарова. — М.: Мол. гвардия, 1958. — 231, [1] с. — 90 000 экз.
Һылтанмалар
- Назарова Клавдия Ивановна. «Герои страны» сайты.
- Назарова Клавдия Ивановна.
- Твои герои, Ленинград — Назарова Клавдия Ивановна.
- Виктор Дмитриев. Клава и её друзья. Из сборника «Люди Легенд».