Назрань
Назрань (ингуш. На́на-На́ьсаре, Наьсаре); рус. Назрань, 1944—1957 йылдарҙа — Коста-Хетагуров) — Рәсәй ҡалаһы, Ингушетияның иң ҙур ҡалаһы, Назрань районының административ үҙәге.
Республика әһәмиәтендәге ҡала. Назрань ҡалаһы ҡала округын барлыҡҡа килтерә[3].
Этимологияһы
XIX быуат уртаһында Назрань ауылы булараҡ телгә алына. Топонимды антропонимдан сыҡҡан тип фаразлайҙар — халыҡ риүәйәттәрендә тәүге төпләнеүсенең исеме Нясара тип телгә алына.
Географияһы
Ҡала Сунжа йылғаһының һул ярында, республиканың көнбайыш өлөшөндә, Төньяҡ Осетияның административ сиге буйында урынлашҡан. Баш ҡаланан— Магастан — төньяҡ-көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
1781 йылда нигеҙләнгән. Рәсми документтарҙа 1810 йылда телгә алына.
1863 йылда бында Ингушетияла иң беренсе дини булмаған уҡыу йорто асылған. 1893 йылда вокзал асылған.
1944 йылда, ингуш халҡы депортацияһынан һуң Чечен-Ингуш АССР-ы бөтөрөлөүе менән ауыл Төньяҡ Осетия составына индерелә, һәм осетин шағиры К. Л. Хетагуров исеме хөрмәтенә Коста-Хетагуров тип үҙгәртелә. Чечен-Ингуш АССР-ы тергеҙелгәндән һуң 1957 йылда ауылға Назрань исеме кире ҡайтарыла.
1967 йылда ҡала статусы бирелә. [4].
Административ бүленеше
Назрань ҡалаһы дүрт административ округҡа бүленә[5][6][7]:
| № | Административный округ | ОКАТО коды |
|---|---|---|
| 1 | Альти административ округы | 26 406 362 |
| 2 | Гамурза административ округы | 26 406 368 |
| 3 | Насыр-Корт административ округы | 26 406 371 |
| 4 | Үҙәк административ округы (Назрань) | 26 406 378 |
Халҡы
2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәр буйынса Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2020) мәғлүмәттәре буйынса, 2021 йылдың 1 октябренә ҡарата халыҡ һаны буйынса ҡала 139 урында[8] (Рәсәй Федерацияһы ҡалаларының 1118 ҡалаһы араһында[9]).
- Милли составы
2010 йылғы бөтә рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәр буйынса[10]:
| № | Милләттәр | Кеше һаны | Өлөш |
|---|---|---|---|
| 1 | ингуштар | 90 700 | 96,76 % |
| 2 | чечендар | 1 585 | 2,41 % |
| 3 | урыҫтар | 364 | 0,20 % |
| 4 | месхет төрөктәре, ҡумыҡтар, татарҙар, грузиндар, әрмәндәр, сиғандар, әзербайжандар һәм башҡалар | 686 | 0,63 % |
Климаты
| Ҡала климаты | |||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Күрһәткес | Ғин | Фев | Мар | Апр | Май | Июн | Июл | Авг | Сен | Окт | Ноя | Дек | Йыл |
| Уртаса максимум, °C | 3 | 3 | 7 | 15 | 19 | 23 | 26 | 25 | 20 | 14 | 8 | 4 | 14 |
| Уртаса минимум, °C | −6 | −6 | −1 | 5 | 10 | 13 | 16 | 15 | 11 | 6 | 0 | −4 | 5 |
| Яуым-төшөм нормаһы, мм | 24,1 | 28,3 | 43,4 | 60,1 | 92 | 125,3 | 79,9 | 68,7 | 51,8 | 45,1 | 37,2 | 26,1 | 682 |
| Сығанаҡ: MSN Weather | |||||||||||||
Галереяһы
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 ОКТМО. 185/2016. Северо-Кавказский ФО
- ↑ https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/tab-5_VPN-2020.xlsx
- ↑ Закон от 23 февраля 2009 года № 5-РЗ «Об установлении границ муниципальных образований Республики Ингушетия и наделении их статусом сельского поселения, муниципального района и городского округа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 сентябрь 2018. Архивировано 28 ғинуар 2018 года.
- ↑ Поспелов, 2008
- ↑ Структура, Положение о местной Администрации г. Назрань. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2017. Архивировано из оригинала 19 сентябрь 2017 года. 2017 йылдың 19 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Структурные подразделения. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2017. Архивировано из оригинала 18 сентябрь 2017 года. 2017 йылдың 18 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ Устав города Назрань. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 18 сентябрь 2017. Архивировано 19 сентябрь 2017 года.
- ↑ с учётом городов Крыма
- ↑ Таблица 5. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, городских округов, муниципальных районов, муниципальных округов, городских и сельских поселений, городских населенных пунктов, сельских населенных пунктов с населением 3000 человек и более (XLSX).
- ↑ Том 4. Таблица 04-04. Население Ингушетии по национальности и владению русским языком. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 19 май 2019. Архивировано из оригинала 6 март 2016 года. 2016 йылдың 6 март көнөндә архивланған.
Әҙәбиәт
- Гаджиев З. Т. К вопросу о датировке основания города Назрань как ингушского поселения, существующего не менее 250 лет // Вестник Ингушского научно-исследовательского института гуманитарных наук им. Ч. Э. Ахриева : научный журнал. — Магас: Ингушский НИИ ГН им. Ч. Э. Ахриева, 2019. — Вып. 2. — С. 171—179.
- Поспелов Е. М. Географические названия России. Топонимический словарь. — М.: Астрель, АСТ, 2008. — 523 с. — 1500 экз. — ISBN 978-5-17-054966-5.
- Картоев М. М. К вопросу о дате основания Назрани в свете гипотезы, представленной к.и.н. З. Т. Гаджиевым на основе изучения данных карты «Северной части Османской империи» 1774 г // Вестник Ингушского научно-исследовательского института гуманитарных наук им. Ч. Э. Ахриева : научный журнал. — Магас: Ингушский НИИ ГН им. Ч. Э. Ахриева, 2019. — Вып. 2. — С. 180—191.