Назыров Миңлеғәли Әхмәт улы
Назыров Миңлеғәли Әхмәт улы (1923 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, ҡыҙылармеец. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, элемтәсе, штаб дивизияһы разведчигы[1].
Биографияһы
Миңлеғәли Әхмәт улы Назыров 1923 йылда Башҡортостандың Баймаҡ районы Юлыҡ ауылында тыуған[1]. 1942 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында элемтәсе, һуңынан штаб дивизияһы разведчигы булып хеҙмәт итә[1].
1943 йылдың 22 февралендә Украиналағы Ворошиловоград өлкәһе (хәҙер Луганск өлкәһе) Юлино-2 станцияһы тирәһендә дошман тылына рейдтан сыҡҡанда ҡаты алыш ваҡытында хәбәрһеҙ юғалған, тип иҫәпләнә[1]. 23 февралдә Петровское менән Юлино араһында генерал М. М. Шайморатов һәләк була, уны ла оҙаҡ ваҡыт хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләйҙәр.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 НАЗЫРОВ Миннигали Ахметович. Шаймуратовцы
- ↑ Чтобы помнили 2021 йылдың 13 июнь көнөндә архивланған.
Һылтанмалар
- НАЗЫРОВ Миннигали Ахметович. Шаймуратовцы (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)
- Назыров Миннигали Ахметович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 июль 2021)